Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
19 Октябрь 2022, 05:55

Смаҡ мәктәбе заман менән бергә атлай

“Үҫеш нөктәһе” яңы һулыш бирә.

Смаҡ мәктәбе заман менән бергә атлайСмаҡ мәктәбе заман менән бергә атлай
Смаҡ мәктәбе заман менән бергә атлай

“Нисек йәшәйһең, ауыл?” тигән һорауҙы ҡуҙғатҡанда иң тәүҙә урындағы мәктәптең хәл-торошона иғтибар итәбеҙ. Мәктәптәр – ауылдың тотҡаһы. Кескәйҙәр белем алырҙай көслө белем усағы булһа, йәштәр ҙә сит яҡтарға күсеп китергә ашыҡмай. Йәштәр тигәндән, уларҙы күберәк хәҙерге заман технологиялары, ҙур экранлы компьютерҙар, роботтар, яңы программалар ҡыҙыҡһындыра.

Һанлы технологияларҙың бөгөнгө заман талабы булыуын беләбеҙ. Бер нисә йыл элек кенә бындай технологияларҙы махсус йыһазландырылған ҡала мәктәптәрендә генә үҙләштерергә мөмкин ине. Хәҙер бындай ҡорамалдар, үҙ эсенә күп функциялар туплаған йыһазда “Үҫеш нөктәһе” проекты ярҙамында ауылдарға ла килеп етә башланы. Иң мөһиме – уларҙы ҡуллана белергә, балаларҙың ваҡытын файҙалы ойошторорға ғына кәрәк.

“Хәҙерге заман мәктәбе” федераль проекты нигеҙендә йыл һайын махсус йүнәлешле кабинеттар асылып тора, быйыл да республиканың 216 мәктәбендә ошо проектҡа ярашлы “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре асылды. Ғөмүмән алғанда, Башҡортостанда был проект ярҙамында 598 ауыл мәктәбендә заманса йыһазландырылған кабинеттар барлыҡҡа килде.

Мәләүез районында “Мәғариф” милли проектының “Үҫеш нөктәһе” проекты 2019 йылдан алып тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә Ергән, Воскресенск, Нордовка, Дарьино, Корнеевка, Һарыш һәм Первомайск ауылдары мәктәп­тәрендә зауыҡлы ремонт яһалған, балаларҙы заманса техника ҡулланып уҡытыу өсөн тулыһынса йыһазлан­дырылған кабинеттар асылды. Быйылғы уҡыу йылына ошондай уҡ кабинеттарҙы Һамар-Ивановка, Восточный, Александровка һәм Смаҡ ауылы мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары ҙур бүләктәй көтөп алды, әлеге мәктәптәрҙең барыһында ла махсус кабинеттарҙы асыу тантанаһы үтте.

Динис Бүләков исемендәге Смаҡ ауылы мәктәбендә үткән тантана айырыуса киң ҡолас алды. Заманса ике кабинетты асыу тантанаһына уҡыусылар менән бер рәттән ауыл халҡы, ветеран педагогтар килеп еткәйне. 

– Мәктәптә асылған кабинеттар – яңы уҡыу йылына ҙур бүләк. Улар төрлө яҡлы белемгә эйә булыу өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Уҡыусылар тырышып уҡыһын, яңы технологияларҙы өйрәнеп, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инһен. Яңы йыһазды һаҡсыл тотонорһоғоҙ, улар һеҙгә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итер, тигән ышаныс белдерәбеҙ. Барығыҙҙы ла ошо иҫтәлекле  ваҡиға менән ҡотла­йым, – тине үҙ сығышында Мәләүез ҡалаһы һәм районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Алик Сатлыҡов. Ҡотлау һүҙҙәренән һуң ҡыҙыл таҫмаларҙы киҫеп, яңы ғына асылған кабинеттар буйлап экскурсия ойошторолдо.

Белем үҙәге кабинеттарының береһе – фәнни-ғәмәли, икенсеһе техник йүнәлеш буйынса йыһазландырылған. Физика, химия һәм биология класында ноутбуктар, күп функциялы принтерҙар, тәжрибәләр, тикшеренеүҙәр үткәреү, лаборатор эштәр башҡарыу һәм тәжрибә­ләрҙе күрһәтеү өсөн  заманса һанлы ҡорамал килтерелгән. Был кластарға айырым лаборатория кабинеттары беркетелгән. Әлбиттә, ошо йүнәлештәр буйынса белем биргән уҡытыусылар быларҙың барыһын да ҡуллана, уларҙы уҡытыу процесына индерә белергә лә тейеш. Ошоға бәйле педагогтар, махсус курстарҙа уҡып, әҙерлек үткән.

“Үҫеш нөктәһе”ндә балалар шулай уҡ роботтар йыйырға, уларҙы программаларға, квадрокоптер осорорға, иң яҡшы микроскоптар менән эшләргә, 3D принтерҙарҙы ҡулланырға өйрәнә. Проекттың тап ауыл мәктәптәренә йүнәлеш алыуы – бик һәйбәт күренеш, бала ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, үҙенең талантын аса, асылын таба.

Талант тигәндән, балалар үҙҙәренең билдәле яҡташтарының исемдәре аша мәктәп тарихын белеп, уның патриотик рухын да тойоп белем ала.

– Быйыл уҡыусылар араһында мәктәбебеҙгә эмблема булдырыу конкурсы ойошторғайныҡ. Уҡыусыларҙың эштәре араһынан өсәүҙе һайлап алып, Азамат Рәми улы Ғариповҡа ебәрҙек. Ул иһә, уртаһында арыҫлан төҫмөр­ләнгән эмблеманы һайлап, уға художестволы мәғәнә өҫтәп, биҙәп, беҙгә тапшырҙы. Ә Динис Бүләковтың ҡыҙҙары беҙгә эмблеманы мәктәп тышына ҙур һүрәт итеп төшөрөр өсөн матди яҡтан ярҙам итте. Был эштә булышлыҡ күрһәтеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт.  Ул ябай эмблема түгел, сөнки мәктәбебеҙ Динис Бүләков исемен йөрөтһә лә, нигеҙе Арыҫлан ауылынан башлана. Беҙ иһә, был мәктәпте тамамлаған кешеләр, Азов походында ҡатнашып, Петр I ҡулынан миҙал алып ҡайтҡан Арыҫлан Аҡҡужин, уның улы Кинйә Арыҫланов кеүек билдәле хәрби етәкселәр, шәхестәребеҙ рухын һаҡлап киләбеҙ. Эмблемалар конкурсында ҡатнашҡан уҡыусыларҙың ошоға иғтибар итеүе – бигерәк шатлыҡлы күренеш, тимәк, балалар легендар шәхестәребеҙ тураһында ишетеп, уҡып белә, улар кеүек булырға тырыша, – тип һөйләй Динис Бүләков исемендәге Смаҡ ауылы мәктәбе директоры Мораҙым Булат улы.

Бына шулай, халҡыбыҙҙың данлы улдары вариҫтары уҡыған мәктәп үҙ тормошон дауам итә, заман технологияларын да ауыҙлыҡлай, тарихын да онотмай.

 

Роза БИКБУЛАТОВА, Динис Бүләков исемендәге Смаҡ мәктә­бенең химия һәм биология уҡы­тыусыһы:
– Яңы кабинеттар бик уңайлы. Бында шөғөлләнгән балалар агроном, биолог, химик, ветеринар табип һөнәрҙәре менән таныша ала, бәлки, киләсәктә ошо өлкә белгестәре лә булып китерҙәр. Шулай уҡ экология, нефть һәм химия өлкәһендә уңыш­тарға өлгәшә ала. Беренсе көндән үк күптәрҙең ошо йүнәлештәргә ынтылышы артты, дәрестәрҙе түҙем­һеҙлек менән көтәләр, өҫтәмә кү­некмәләргә лә ҡыҙыҡһынып йөрөйҙәр.

Лилиә ИҪӘНҒОЛОВА, физика һәм математика уҡытыусыһы:
– Бер “Үҫеш нөктәһе”н йыһазлан­дырыу 1,5 миллион һумға төшкән. Был суммаға кабинеттар өсөн йыһаз һатып алыу, уларҙы ремонтлау инә. Яңы үҙәктәрҙә эшләү өсөн беҙ, уҡы­тыусылар, махсус әҙерлек үттек. Милли проектты тормошҡа ашы­рыуға ярашлы,  мәктәптең матди-техник базаһын яңыртыуға өлгәшкән етәкселеккә, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдиновҡа  рәхмәт әйткебеҙ килә. Яңылыҡтар һәр саҡ эшкә дәрт өҫтәй, балалар ҙа быны һиҙеп тора, уҡыуға тағы ла яуаплы ҡарай.

 


Эльдар ФӘТТӘХОВ

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-10-18/sma-m-kt-be-zaman-men-n-berg-atlay-2993630

Смаҡ мәктәбе заман менән бергә атлай
Смаҡ мәктәбе заман менән бергә атлай
Автор:
Читайте нас