Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
19 Октябрь 2022, 05:59

Республикабыҙ – алдынғылар иҫәбендә

2018 йылдан милли проектҡа 142 предприятие ҡушылған.

Республикабыҙ – алдынғылар иҫәбендәРеспубликабыҙ – алдынғылар иҫәбендә
Республикабыҙ – алдынғылар иҫәбендә

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикабыҙ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын (национальный проект “Производительность труда”) тормошҡа ашырыу рейтингында алдынғы өс төбәк иҫәбенә инде. Был рейтинг 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан тәүге тапҡыр төҙөлдө. IV “Етештереүсәнлек 360” федераль форумында алдынғыларға наградалар тапшырылды.

– Беҙҙең өсөн бик мөһим награда был. Ул төбәктең предприятиеларҙы ресурстарҙы һаҡларға һәм табышты арттырырға этәргән тәжрибәне һөҙөмтәле файҙаланыуы тураһында һөйләй. Башҡортостанда 2018 йылдан милли проектҡа 142 предприятие ҡушылды. Был предприятиелар компетенцияларын нығыта, уңышлы эшләй, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Рейтингты төҙөүселәр хеҙмәт етештереүсәнлеге мәҙәниәтен үҫтереү, милли проектҡа ярашлы булдырылған инфраструктураны файҙаланыу, ярҙам сараларын ғәмәлгә индереү, төбәктең һөҙөмтәлелеге кеүек күрһәткестәрҙе иҫәпкә алған.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/331947

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/331947

Автор:Лилия Давлетбакова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-10-18/respublikaby-aldyn-ylar-i-bend-2993487
Республикабыҙ – алдынғылар иҫәбендә
Республикабыҙ – алдынғылар иҫәбендә
Автор:
Читайте нас