Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
18 Октябрь 2022, 09:18

Уҡыусылар “Һөнәрҙәр шоуы” проектында ҡатнашты

Өфө балалары үҙҙәрен агроном булараҡ һынап ҡараны. 

Уҡыусылар “Һөнәрҙәр шоуы” проектында ҡатнаштыУҡыусылар “Һөнәрҙәр шоуы” проектында ҡатнашты
Уҡыусылар “Һөнәрҙәр шоуы” проектында ҡатнашты

“Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проектына ярашлы “Һөнәрҙәр шоуы” тип аталған башланғыс тормошҡа ашырылып килә. Ул йәш быуынға һөнәри йүнәлеш биреүҙе маҡсат итеп ҡуя.  Әле уның сираттағы сығарылыштарын ҡарарға мөмкин.

7 октябрҙә ауыл хужалығына арналған сығарылыш булды. “Агрономия” компетенцияһын үҙләштергән профессионалдар биология һәм химияны яҡшы белә. Агрономдар үҫемлекселек продукцияһын етештереү, беренсел эшкәртеү, һаҡлау һәм ташыу буйынса эштәрҙе ойоштороуҙы һәм башҡарыуҙы тәьмин итә.

Сығарылышта ҡатнашыусылар агрономдың бурыстарын сағылдырған кейс буйынса шөғөлләнде. Был эште улар өсөн махсус рәүештә “Агрономия” компетенцияһы буйынса эксперт Юлия Устинова әҙерләгән. Кейс орлоҡ сәсеүҙән алып әҙер продукция алыуға тиклем бөтә икмәк етештереү циклын күрһәткән бер-береһе менән бәйле бер нисә этаптан тора. Эштең үҙенсәлеге шунда: балалар агрономдың ғәҙәти эшен генә башҡарып ҡалманы, ә тамашасы алдында хәҙерге заман ҡорамалдарын файҙаланып, махсус, йәғни тулыһынса контролдә тотолған шарттарҙа, иген культураһы үҫтерергә мөмкинлек биргән гидропон системалары менән эшләп ҡараны.

Бөтә тапшырыуҙарҙы “Һөнәрҙәр шоуы”ның рәсми сайтында – https://шоупрофессий.рф һәм “Һөнәрҙәр шоуы” проектының “Бәйләнештә”ге берләшмәһендә https://vk.com/showprofessions ҡарарға мөмкин.

Бөгөн, 18 октябрҙә, “Веб-технологиялар” компетенцияһы буйынса “Серле код” сығарылышы;

21 октябрҙә һәр кеше тормошонда заманса технологияларҙың әһәмиәте тураһында “IT-ға мөмкинме?” сығарылышы үтә.

Сығарылыштар 13.00 сәғәттә башлана.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы  булдырылды.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: gorobzor.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-10-18/u-yusylar-n-r-r-shouy-proektynda-atnashty-2993208
Уҡыусылар “Һөнәрҙәр шоуы” проектында ҡатнашты
Уҡыусылар “Һөнәрҙәр шоуы” проектында ҡатнашты
Автор:
Читайте нас