Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Милли проекттар
18 Октября 2022, 09:15

Колледж уҡытыусыһы һынатманы

Өфө дәүләт технология һәм дизайн коледжы уҡытыусыһы призер булған

Колледж уҡытыусыһы һынатманыКолледж уҡытыусыһы һынатманы
Колледж уҡытыусыһы һынатманы

12 – 14 октябрҙә “Аҡыллылар оҫталығы” V Милли чемпионатының финалы уҙғарылды. Новосибирск ҡалаһында үткәрелгән  конкурста  50 йәш һәм унан өлкәндәр ҡатнашты. Был сара  “Фән” милли проектын  (национальный проект “Наука”)  тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итте.

Мода технологияһы компетенцияһында Башҡортостан Республикаһы исеменән “Аҡыллылар оҫталығы” IV төбәк чемпионаты еңеүсеһе, Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжы уҡытыусыһы  Гүзәл Сәлимова сығыш яһаны.

 Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән -  Хабаровскиҙан алып Мәскәүгә тиклем 12 конкурсант ҡатнашты.

 Уларҙың эштәрен  сертификатлы эксперттар баһаланы. Конкурс талабы буйынса барлыҡ ҡатнашыусыларға ла һигеҙ сәғәт эсендә  өс модулде эшләү талап ителде: куртканың техник һүрәтен, конструкцияһын эшләү, моделләү, макетын яһау.

V Милли чемпионат һөҙөмтәләре буйынса Гүзәл Сәлимова өсөнсө урынға лайыҡ булды һәм бронза миҙал яуланы.   

 Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ярыштар республиканың Өфө, Бәләбәй, Күмертау, Мәләүез, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларында урынлашҡан туғыҙ колледжында барҙы.

 Башҡортостан исеменән түбәндәге компетенциялар буйынса 12 конкурсант сығыш яһаны: “Геобиләмә технологиялары”, “Графика дизайны”, “Мәктәпкәсә тәрбиә”, “CAD инженер дизайны”, “Экскурсия хеҙмәттәрен ойоштороу”, “Хеҙмәтте һаҡлау”, “Эшҡыуарлыҡ”, “Түбәнге кластарҙа уҡытыу”, “Социаль эш”, “Мода технологиялары”, “Физик культура, спорт һәм фитнес”, “Ауыл хужалары машиналарын файҙаланыу”.

Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжы мода технологияһы йүнәлеше буйынса сертификациялы үҙәк булып тора.  

Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары сиктәрендә алып барыла.  

Фото: "На земле Салавата" гәзите.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-10-17/kolledzh-u-ytyusy-y-ynatmany-2992372

Колледж уҡытыусыһы һынатманы
Колледж уҡытыусыһы һынатманы
Автор:
Читайте нас