Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
17 Октябрь 2022, 06:27

Юл буйы кафеһы төҙөләсәк

Иглин районында урынлашасаҡ кафела 20 яңы эш урыны булдырыла.

Юл буйы кафеһы төҙөләсәкЮл буйы кафеһы төҙөләсәк
Юл буйы кафеһы төҙөләсәк

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.

Мәҫәлән, Үҫеш корпорацияһы Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы менән берлектә юл буйында яңы комплекс төҙөүҙе күҙ уңында тотҡан "Фортуна" инвестиция проекты ошо көндәрҙә Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгән. Тейешле бойороҡҡа төбәктең Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығында ҡул ҡуйылды. Башланғысты тормошҡа ашырыуға 60 миллион һум самаһы аҡса һалыу, 20 яңы эш урыны булдырыу планлаштырыла.

— Проекттың маҡсаты — пассажирҙар һәм йөк ташыуҙың сифатын, ышаныслылығын, хәүефһеҙлеген арттырыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Комплексҡа автомобиль йыуыу, кафе һәм транспорт сараларын хеҙмәтләндереү мөмкинлеге булған туҡталҡа инәсәк. Инвестор объектты Иглин районына урынлаштырырға ниәтләй, — тине Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, юлдағыларҙы хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәте 2020 - 2024 йылдарға юл буйындағы хеҙмәттәрҙе үҫтереү концепцияһын әҙерләгән. Уға ярашлы, дүрт йылдан төбәктә юл буйында меңгә яҡын яңы комплекс булдырыу планлаштырыла.

Белешмә:

Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙың бөтә этаптарында ла ярҙам итеү, берҙәм тәҙрә форматында эшләү менән шөғөлләнә. Белгестәр проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың бөтә этаптарында ла — концепцияны эшләүҙән алып объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыуға тиклем бушлай булышлыҡ ҡыла. Хеҙмәткәрҙәрҙең тәжрибәһе инвестиция проекты менән эшкә ҡушылырға һәм бурыстарҙы һөҙөмтәле хәл итергә мөмкинлек бирә. Етәкселәр Башҡортостанда үҙ бизнесын үҫтерергә ниәтләгән барлыҡ инвесторҙарға ла комплекслы ярҙам күрһәтергә һәм улар өсөн ышаныслы партнер булырға әҙер. Ведомство хеҙмәттәре тураһында ентекле мәғлүмәтте https://kr-rb.ru/ сайтында һәм (347) 214-90-70 телефоны аша алырға мөмкин.

Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-10-16/yul-buyy-kafe-y-t-l-s-k-2990820
Юл буйы кафеһы төҙөләсәк
Юл буйы кафеһы төҙөләсәк
Автор:
Читайте нас