Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
17 Октябрь 2022, 06:26

Йәш сәнәғәтселәр берләшә

Әлегә Йәш сәнәғәтселәр клубының төбәк бүлексәһенә 15 ойошма тупланған.

Йәш сәнәғәтселәр берләшәЙәш сәнәғәтселәр берләшә
Йәш сәнәғәтселәр берләшә

Республикаға идара итеү үҙәгендә Йәш сәнәғәтселәр клубының төбәк бүлексәһен асыуға арналған ултырыш үтте. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры, республикабыҙҙың сәнәғәт, энергетика менән инновациялар министры Александр Шельдяев, Рәсәй Федерацияһы сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ҡарамағындағы йәш сәнәғәтселәр клубы идараһы рәйесе Антон Ковалев, клуб ағзалары — Башҡортостан предприятиеларының йәш менеджерҙары ҡатнашты.

Сарала республика Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһап, Йәш сәнәғәтселәр клубының төбәк бүлексәһен асыуҙы Рәсәйҙең алдынғы сәнәғәт төбәктәренең береһе Башҡортостан өсөн мөһим аҙым тип атаны.

— Бөгөн Башҡортостандың йәш сәнәғәтселәре етди производстволарға терәк булып тора, төбәк иҡтисадына һиҙелерлек һалым базаһы өҫтәй. Клубтың төбәк бүлексәһе 15 предприятиенан тора һәм быйыл уларҙың дөйөм тауар әйләнеше 7,2 миллиард һум тәшкил иткән. Бер йыл эсендә һалым ташламалары 670 миллион һум булған, ә уларҙа эшләгән хеҙмәткәрҙәр һаны 3407-гә еткән. Тармаҡтар даирәһе киңәйер, клуб ағзаһы булырға теләгән предприятиелар артыр тип ышанам, — тине Александр Шельдяев, йәш сәнәғәтселәрҙе сәләмләп.

Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ҡарамағындағы Йәш сәнәғәтселәр клубы рәйесе Антон Ковалев төбәк Хөкүмәтенең сәнәғәт тармағы вәкилдәре проекттарын, идеяларын, тәҡдимдәрен тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеүен, бының үтә мөһимлеген билдәләне.

— Бөгөн клубта 40 йәшкә тиклемге йәш сәнәғәтселәр идара иткән 68 компания бар. Башҡортостанда уларҙың үҙ-ара эшмәкәрлеге өсөн шарттар булдырылған, улар власть органдары һәм үҫеш учреждениелары әҙерләгән ярҙамсы ресурстар тураһында хәбәрҙар. Республикала көслө команда булдырып, артабан клуб проекттарын федераль кимәлгә сығара алабыҙ, — тине Антон Ковалев.

Ҡатнашыусылар аралашыу, шулай уҡ потенциаль партнерҙар эҙләү мөмкинлеге менән дә ҡыҙыҡһыныуҙарын белдерҙе. Был предприятиеларҙың мөмкинлектәрен киңәйтәсәк.

– Бәләкәй һәм урта сәнәғәт предприятиелары эре ойошмаларға ҡарағанда һығылмалыраҡ һәм тармаҡтың ихтыяждарына тиҙ яраҡлаша ала. Шуға күрә клубтың ағзаларына эре предприятиелар менән әүҙем эшләргә тәҡдим итәм, – тип үҙ фекерен белдерҙе Туймазыла эш башлаған “Корона” мебель фабрикаһының етештереү буйынса директор урынбаҫары Алмас Мәмлиев.

Ултырышта ҡатнашыусылар инновациялы проекттар тураһында һөйләште һәм республикала етештерелгән продукцияны һатыуҙы киңәйтеү буйынса тәҡдимдәре менән сығыш яһаны. “Альтернатива” ойошмаһының үҫеш буйынса директоры Наил Фәхретдинов тармаҡ бүлектәре белгестәренең осрашыуҙарын ойошторорға тәҡдим итте. "Вэй ПАК" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Альбина Мазунина иһә сәнәғәт һәм технология парктары булдырыу кеүек терәк механизмының бәләкәй предприятиелары өсөн мөһимлеген билдәләне.

Александр Шельдяев йәш сәнәғәтселәрҙең бер нисә башланғысын хупланы, бындай осрашыуҙарҙы даими үткәрергә тәҡдим итте.

Сара сиктәрендә ҡатнашыусылар "ПромЦентр" һәм "Өфө" индустриаль парктарында булды, производство участкаһын ҡараны, резидент предприятиеларҙың эше менән танышты.

Әлеге сара Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка предпринимательской инициатиы”) тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото: республика Хөкүмәте.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Лилия Нуретдинова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-10-16/y-sh-s-n-tsel-r-berl-sh-2990806
Йәш сәнәғәтселәр берләшә
Йәш сәнәғәтселәр берләшә
Автор:
Читайте нас