Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
13 Октябрь 2022, 04:15

Мәктәптәр уларҙы көткәйне

Нуриман районының ике мәктәбе яңы мәктәп автобусы асҡысы алды.

Мәктәптәр уларҙы көткәйнеМәктәптәр уларҙы көткәйне
Мәктәптәр уларҙы көткәйне

Кисә, 12 октябрҙә, Нуриман районының ике мәктәбе, Яңы Күл ауылының дөйөм белем биреү мәктәбе һәм Байгилде ауылының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Исмәғилев Ришат Сәлих улы исемендәге лицейы балаларҙы йөрөтөү өсөн бәләкәй класлы яңы мәктәп автобустары асҡысы алды.

Көтөп алған асҡыстарҙы "Башҡортостан Республикаһында мәғарифты үҫтереү" дәүләт программаһы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин тапшырҙы.

Автобустар 18 урынға иҫәпләнгән. Улар ГЛОНАСС/GPS навигацияһы системалары, тахографар, өҫтәм автономлы йылытыу ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Яңы транспортты уңайлы маршруттар булдырыу һәм ғәмәлдәгеләрен бушатыу өсөн файҙаланыу күҙаллана.

Заманса автобустар республиканың 15 районына ебәреләсәк: Әлшәй, Архангел, Асҡын, Баймаҡ, Балаҡатай, Благовещен, Белорет, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Йәрмәкәй, Иглин, Ҡалтасы, Нуриман, Туймазы.

– Транспорттың заманса техника менән йыһазландырылыуы беҙҙең өсөн бик мөһим. Былар, беренсе сиратта, бөтә хәүефһеҙлек талаптарына яуап биреүсе, бөтә уңайлыҡтары булған яңы автобустар. Мәктәптең матди-техник базаһы яҡшырыуына бик шатбыҙ. Хәҙер балалар мәктәпкә уңайлы шарттар менән килә, район конкурстарында һәм ярыштарында ҡатнаша ала, – тип билдәләне Яңы Күл ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Илгиз Вәлиев.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/329570

Фото: Нуриман районы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-10-13/m-kt-pt-r-ular-y-k-tk-yne-2988220

Мәктәптәр уларҙы көткәйне
Мәктәптәр уларҙы көткәйне
Автор:
Читайте нас