

“Демография” милли проектының “Спорт - йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә 2022 йылдың 8-10 октябрендә Туймазы ҡалаһында 15 йәшкәсә егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында дзюдо буйынса "Хәтер" төбәк-ара турниры уҙҙы. Ул тренерҙар иҫтәлегенә арналды.
Турнирҙа иң көслөләр исеменә Башҡортостан Республикаһы, Татарстан, Удмуртия, Силәбе өлкәһе, Пермь крайы дзюдосылары көс һынашты. Дәүләкән районы исеменән "Самбо-75" балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре сығыш яһаны. 46 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында ныҡышмалы алышта Илнур Миһранов өсөнсө урын яуланы.
"Илнур яҡшы көрәш һәм көслө характер күрһәтте!" – тип билдәләне уның тренеры Юрий Лоншаков.
Был ярыштар 15 йәшкә тиклемге Башҡортостан Республикаһы беренселегенә әҙерлек этаптарының береһе һәм Волга буйы федераль округы буйынса ярыштар өсөн һайлап алыу ярыштары булып тора.
Яңы чемпиондың барлыҡҡа килеүе тренерҙарҙың ныҡышмалылығына һәм эшенә бәйле. Шуға күрә дзюдола остаздарға, айырыуса донъя ҡуйғандарға ошондай ихтирам менән ҡарайҙар. “Хәтер” турниры бер юлы 14 тренерға арналған.
Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/329653
Фото: Дәүләкән районы хакимиәте.