

Салауат ҡалаһында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса яр буйының өсөнсө сиратын төҙөкләндереү буйынса эштәр тамамланыу өҫтөндә. Ғәҙәттәгесә, Салауат ҡалаһы ҡала округы башлығы объекттың үҙендә подрядсы менән оператив кәңәшмә үткәргән. Әлеге ваҡытта ерҙәрҙе планлаштырыу башҡарылған, объектҡа ҡырсынташ килтерелгән, ер аҫтынан электр сымдары, һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү селтәрҙәре кабелдәре һалынған, шулай уҡ ҡоҙоҡтар монтажланған. Подрядсы әлеге ваҡытта йәйәүлеләр юлын төҙөкләндереү менән шөғөлләнә. Бордюр ташын ҡуйыу тамамланған. Әле тротуарҙа бетон плитә түшәү эштәре алып барыла. Йәш ағастар һәм ҡыуаҡтар тулы күләмдә һатып алынған, уларҙы ултыртыу буйынса эштәр алып барыла.
2022 йылда ла төҙөкләндереү үткәреү алда башҡарылған эштәрҙең логик дауамы, ул киңлекте берләштерәсәк һәм ҡала халҡын йәлеп итеүсе күп маҡсатлы урынға әүереләсәк. Был майҙан ҡала кимәлендәге төрлө саралар үткәреү һәм, әлбиттә, унда һабантуйҙар үткәреүҙе тергеҙеү урынына әүереләсәк.
Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/326875
Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәте.