

Республикала мәктәп стоматологияһы системаһын үҫтереү мәсьәләһенә ҙур иғтибар бирелә. Бөгөн белем биреү учреждениеларында 202 стоматология кабинеты эшләй. 2019 йылдан башлап “Юғары ос” төбәк проектына ярашлы 68 заманса йыһазландырылған кабинет асылһа, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итеүенсә, быйыл 12 яңы стоматология кабинеты эш башлаған, ә 2023 йылда 30 кабинет асыу күҙаллана.
Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса, мәктәптәрҙәге стоматология кабинеттарында педагогтар ҙа дауаланасаҡ. "Тәү сиратта стоматология кабинеттары белгестәр менән тәьмин ителергә тейеш, был проектты ауыл мәктәптәрендә лә тормошҡа ашырыу мөһим", - тип иҫәпләй Радий Хәбиров.
Яңыраҡ Бөрө ҡалаһына күсмә “Толпар” стоматология комплексы килде. Өфөләге 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы хеҙмәткәрҙәре ҡалалағы балалар йорто тәрбиәләнеүселәрен ҡабул итте. Поликлиниканың дауалау-хирургия бүлексәһе мөдире Наталья Абдуллина һәм табип-стоматолог Александр Багурин балаларҙың тештәр торошон ҡараны һәм дауаланы. Кескәй пациенттарҙың күбеһе – етемдәр һәм ауыр тормош хәленә юлыҡҡан балалар. Һәр береһенең тештәренә иҫкәртеү сараһы үткәрелде, муляжда тештәрҙе тәрбиәләү гигиенаһына өйрәтеү ойошторолдо. Табип-стоматологтар Башҡорт дәүләт медицина университеты ирекмәндәре Александр Исаметов һәм Эльнара Йәнгирова менән берлектә сәләмәтлек дәрестәре үткәреп, балаларға буяу, һүрәт төшөрөү әйберҙәре бүләк итте. Тәрбиәләнеүселәрҙең күпселеген үҫмерҙәр тәшкил итә. Даими тештәрҙе ҡарау, дауалау табиптарҙан күберәк ваҡыт та, иғтибар ҙа талап итте. Балалар комплексҡа ҙур ҡыҙыҡһыныу менән килде, тештәрен ҙур теләк менән дауалатты. Хәҙер улар теш табиптарынан ҡурҡмай, сөнки хәҙерге заман стоматологтары яңы ҡорамалдар менән оҫта эш итә. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының 7-се балалар стоматология поликлиникаһы табибы Ольга Джумма Рәсәйҙә үткәрелгән “Йылдың иң яҡшы табибы” конкурсында призлы урынға лайыҡ булды. Уның ниндәй белгес булыуын белеү өсөн социаль селтәрҙәге маҡтау һүҙҙәрен уҡыу ҙа етә. Ата-әсәләр Ольга Владимировнаны балаларға яҡшы мөнәсәбәте, юғары профессионаллеге, тип-тигеҙ тештәр һәм матур йылмайыу бүләк иткәне өсөн хөрмәт итә.
– Медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн был конкурс актерҙар өсөн абруйлы Оскар конкурсы кеүек. Бер нисә айға һуҙылған бәйгенән һуң һөҙөмтәне белгәс, шатлығымдың сиге булманы! – ти табип. Туймазы районының Ҡандра ҡасабаһында тыуып үҫкән ҡыҙ мәктәпте көмөш миҙалға тамамлағандан һуң яҙмышын медицина менән бәйләргә уйлаған. Берҙәм коллектив уның абруйлы бәйгелә ҡатнашыуын хуплап ҡаршы алған. Теш табибының эшен ул бик мауыҡтырғыс, файҙалы хеҙмәт тип иҫәпләй.
– Хәҙерге заман стрестар менән тулы, юғары ритм хас, экология шарттары ла яҡшынан түгел. Быларҙың барыһы ла балалар һаулығында сағыла. Мәҫәлән, нигеҙҙә, йомшаҡ аҙыҡ ашау, тейешлесә сәйнәмәү, дөрөҫ тын алмау яңаҡтарҙың тарайыуына килтерә, даими тештәр һаны кәмей. Миңә, стоматолог-ортодонтҡа, ынйылай тигеҙ тештәр һәм матур йылмайыу теләге менән киләләр. Иң күңеллеһе шул: дауалағандан һуң барлыҡҡа килгән һөҙөмтәне күреүҙән урғылған шатлыҡ тойғоһо. Теш табиптарының эшһеҙ ҡалыу ҡурҡынысы юҡ, хатта бөтә тештәр һау-сәләмәт булған һүрәттә лә, сөнки иҫкәртеү кеүек киң ҡоласлы эш тә бар бит, – ти табип. Уның әйтеүенсә, һәр кем үҙенең тештәренән тартынмай матур йылмая алырға, бала саҡтан һаулығын хәстәрләргә өйрәнергә тейеш.
Яңы уҡыу йылы башланған көндәрҙә Балалар стоматологияһы халыҡ-ара форумына ярашлы үткәрелгән онлайн-конференцияла стоматология сирҙәрен иҫкәртеү мәсьәләһе күтәрелде. Башҡортостан табиптары бала саҡта тештәрҙе дауалау буйынса ике программа менән сығыш яһаны. Уларҙың икеһе лә Өфөләге 3-сө балалар стоматологияһы базаһында уңышлы тормошҡа ашырыла. Рәсәй төбәктәре лә ҡыҙыҡлы һәм файҙалы проекттары менән таныштырҙы. Һөҙөмтәлә Өфөнөң “Донъя йылмайыуы” тип аталған программаһы беренсе урынды яуланы. Тештәр сәләмәтлегенә бала саҡтан иғтибар биреүҙең мөһимлеген аңлатып тороу ҙа кәрәкмәйҙер.
“Юғарыға ос!” республика проекты уҡыу йылы башланыу менән Межгорье уҡыусылары һәм уҡытыусылары өсөн үҙенсәлекле мөмкинлек бирҙе: 3-сө мәктәптә яңы түләүһеҙ стоматология кабинеты эш башланы, ҡаланың башҡа белем биреү учреждениелары уҡыусылары ла тештәрен дауалай аласаҡ. “Балаларҙың киләсәктәге һаулығы өсөн был бик әһәмиәтле эш”, тип һөйөнә табиптар.
Балалар һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү – “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп бурыстарының береһе. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-10-13/bala-sa-tan-h-st-rl-rg-yr-nege-2987672