

Республикаһы көнө алдынан, 10 октябрҙә, “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы булдырылған, Ҡариҙел үҙәк район моделле китапханаһында “Тыуған яҡ һуҡмаҡтары буйлап” интерактив уйыны уҙҙы.
Башҡортостанда күп милләт вәкилдәре йәшәүгә ҡарамаҫтан, уларҙың һәммәһе лә бик татыу, сөнки уларҙы бер планетала - Ерҙә йәшәү берләштерә.
Сарала ҡатнашыусылар байрамдың тарихы, дәүләт символдары, башҡорт халҡының йолалары, халыҡ геройҙары һәм тәбиғи төйәктең байлығы, халыҡ музыка ҡоралдары, республиканың танылған кешеләре хаҡында белде. Китапханасылар интерактив викторина үткәрҙе, ул мультимедиалы презентацияла сағылыш тапты һәм “Мәҙәниәт” милли проектында ҡатнашыу барышында һатып алынған ҡорамалда күрһәтелде. Балалар шулай уҡ тыуған яҡ тураһында китаптар менән танышты.
– Тыуған яҡтың тарихын, тамырҙарын, халыҡ ижадын белмәйенсә быуындар күсәгилешлеге емерелә. Бөгөн сарала мин тыуған еремдең йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында белдем. Миңә был сара бик оҡшаны, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты 2-се Ҡариҙел урта белем биреү мәктәбенең 7 класс уҡыусыһы Диана Хәсуллина.
Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/329299
Фото: Ҡариҙел районы хакимиәте.