Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
11 Октябрь 2022, 04:10

"Өмөт йорто" өмөт уята

"Беҙҙең районда хужаһыҙ хайуандар проблемаһы көнүҙәк, шуға күрә приют ойоштороуҙа ярҙам итеү беҙҙең өсөн мөһим бурыс булып тора", – тип билдәләне хакимиәт вәкилдәре

Ошо көндәрҙә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проектына ярашлы Благовещен районы хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында кәңәшмә үтте.

“Өмөт йорто” берәҙәк хайуандар өсөн приют” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы директоры районда хужаһыҙ хайуандар өсөн приют асыу пландары хаҡында һөйләгән. Ғәмәлгә ашырыу этаптары һәм артабанғы эштәр тикшерелгән. Төҙөлөш өсөн яраҡлы ер участкаһын йәки әҙер бина һайланасаҡ.

"Беҙҙең районда хужаһыҙ хайуандар проблемаһы көнүҙәк, шуға күрә приют ойоштороуҙа ярҙам итеү беҙҙең өсөн мөһим бурыс булып тора", – тип билдәләне хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡты һәм инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Анна Карабанова.

Әгәр үҙ бизнесығыҙҙы асыу һәм үҫтереү буйынса идеяларығыҙ һәм тәҡдимдәрегеҙ бар икән, Благовещен районында эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡатнашығыҙ. Бында ярҙам итергә, булышлыҡ итеү варианттарын тәҡдим итергә, документтар әҙерләүҙә булышлыҡ итергә тырышасаҡтар.

“Благовещен” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты булырға ниәтләүселәргә айырым тәҡдимдәр бар, теркәлеү шарттары һәм резиденттарға ярҙам итеү саралары менән http://blagsity.ru/ сайтында танышырға мөмкин.

Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе мәсьәләләре буйынса 8 (34766) 2-26-07 телефонына шылтыратып, кәңәшләшергә мөмкин

Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡатнашыуға түбәндәге телефон буйынса яҙылырға мөмкин: 8 (34766) 2-13-68. 

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылды.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/327031

Фото: Благовещен районы хакимиәте. 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-10-11/m-t-yorto-m-t-uyata-2984812
Автор:
Читайте нас