

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов кисә социаль селтәрҙә яҡшы яңылыҡ менән уртаҡлашты.
“Бөгөн 20-се мәктәптә “IT-Куб” һанлы белем биреү үҙәге асылды. Былтыр ошоға оҡшаш үҙәк 1-се лицей ҡарамағында асылғайны. Быға “Мәғариф” милли проектының “Һанлы белем биреү мөхите” федераль проекты ярҙамында өлгәшелде. Бындай үҙәктәр үҙҙәренең кәрәкле булыуын күрһәтте. 20-се мәктәптә 200-ҙән ашыу бала һанлы белем алырға өйрәнәсәк.
Бөгөн балалар гаджеттарҙы һәйбәт белә, хатта һанлы белемле булыуҙары хаҡында ла әйтергә мөмкин, әммә уҡытыусылар менән маҡсатлы дәрестәр был белемде системалаштырырға, камиллаштырырға мөмкинлек бирә. “IT-Куб”-тағы дәрестәр нәҡ ошо йәһәттән ярҙам итер, тип ышанам”, – тип яҙҙы ул.
Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылды.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: "Бәйләнештә".