Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
11 Октябрь 2022, 04:00

Афарин, Бәләбәй оҫтабикәләре!

“Туристик сувенир-2022” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы Бәләбәй оҫтабикәләре өсөн уңышлы үтте.

Афарин, Бәләбәй оҫтабикәләре!Афарин, Бәләбәй оҫтабикәләре!
Афарин, Бәләбәй оҫтабикәләре!

“Туристик сувенир-2022” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы Бәләбәй оҫтабикәләре өсөн уңышлы үтте. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы йыл һайын ошондай конкурс үткәрелә. Алиса Лисина һәм Анна Петрунина конкурстың төбәк этабына үҙ эштәрен тәҡдим итте һәм “Төбәк сувениры” номинацияһында икенсе һәм өсөнсө урындарға лайыҡ булды.

“Минең өсөн көтөлмәгән һәм бик ҡыуаныслы ваҡиға. Екатеринбургҡа үҙ шәлдәремде киләһе этапта күрһәтергә барам! Әйберҙәрем жюри ағзаларын ғына түгел, байтаҡ ҡатнашыусыларҙы хайран ҡалдырҙы”, – тип билдәләй Анна Петрунина.

Анна был конкурс өсөн “Минең башҡорт риүәйәтем” серияһынан ебәк яулыҡтар эшләгән.

Алиса Лисинаның балсыҡ студияһынан үҙенсәлекле магниттар, брелоктар, Башҡортостан символикаһы төшөрөлгән сулпылар тәҡдим ителгән. Бындай сувенир продукцияһын “Йылылыҡ” балсыҡ студияһы яңыраҡ ҡына сығара башлаған. Ошо сувенирҙарҙың ижади оҫтаханаға еңеү килтереүе ҡыуаныслы.

Бәләбәй һөнәрселәрен еңеү менән ҡотлайбыҙ! Киләһе этапта ла уңыштар теләйбеҙ.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылды.

 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/327674

Фото: Бәләбәй ҡалаһы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-10-11/afarin-b-l-b-y-o-tabik-l-re-2984774
Афарин, Бәләбәй оҫтабикәләре!
Афарин, Бәләбәй оҫтабикәләре!
Автор:
Читайте нас