

Уҙған ял көндәрендә Дүртөйлө районы уҡыусылары ике көнгә туристарға әйләнде. Нефтекама ҡалаһына сәфәр “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә ойошторола һәм тәьҫораттарға бай була. Бына балалар был турала нимә һөйләй:
“Автобус ҡуҙғалғас, гид беҙҙе интеллектуаль мәсьәләләр донъяһына алып китте. Беҙ уйланыҡ, төшөндөк, ә дөрөҫ яуаптар өсөн бүләктәр алдыҡ”.
Балалар урынға килеп еткәс тә ҡунаҡханаға урынлаша. Артабан Нефтекама тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында булғандар. Дүртөйлөләр өсөн музей залы буйлап бик ҡыҙыҡлы һәм танып белеү экскурсияһы үткәрелгән. Балалар ҙур теләк менән тыңлаған, экспонаттарҙы ҡыҙыҡһынып ҡараған һәм һорауҙар биргән.
Һуңынан музей вәкилдәре балаларҙы Нефтекама буйлап экскурсияға сығарған – ҡаланың төп иҫтәлекле урындарында, арт-объекттарҙа, “Сәләмәтлек һуҡмағы”нда булғандар.
Балалар “Форт Боярд”ҡа барып квест та үткән, бында улар легендар телевизион уйын атмосфераһын тойған. Тәүге көн күңелле дискотека менән тамамланған.
Икенсе көндө Краснокама районының үҙәге Николо-Березовка ауылында булғандар. Башта музей ҡарағандар. Ул ошо биләмәлә йәшәгән халыҡтарҙың тарихын, мәҙәниәтен һәм йолаларын һаҡлаған хазина булып тора. Артабанғы нөктә – боронғо әйберҙәр баҙары. Бында балалар бихисап тарихи боронғо һәм совет заманы әйберҙәрен күрә алған.
Уҡыусылар шулай уҡ Кама йылғаһы буйына сығыу урыны менән боронғо сауҙагәрҙәр урамы буйлап үткән. Николо-Берёзовканың төп урамы – Ленин, элек Сауҙагәр тип йөрөтөлгән, сөнки унда йорттарҙы сауҙагәрҙәр төҙөгән. Бик күп был йорттар һаҡланып ҡалған, балалар уларҙы үҙ күҙҙәре менән күргән. Экскурсоводтар уларҙың һәр береһенең тарихы хаҡында ҡыҙыҡлы итеп һөйләгән. Тарихи урамда матур итеп юлдар ремонтланған, биналар төҙөкләндерелгән.
Һуңынан Троица-Никольский ҡорамында булалар һәм Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалына юлланалар. Юғары уҡыу йорто вәкилдәре, ирекмәндәр балаларҙы уҡытыу йүнәлештәре, ҡағиҙәләр менән таныштырған, шулай уҡ бик күп һорауҙарға яуап биргән.
Нефтекама ҡалаһы – матур, заманса ҡала. Балалар ҡәнәғәт ҡалған!
Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/327838
Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.