Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
10 Октябрь 2022, 04:10

1 200-ҙән ашыу йоғошло сир бар

Йоғошло сирҙәр таралыуына социаль-көнкүреш, торлаҡ шарттары, туҡланыу, халыҡтың мәҙәни һәм иҡтисади кимәле йоғонто яһай

1 200-ҙән ашыу йоғошло сир бар1 200-ҙән ашыу йоғошло сир бар
1 200-ҙән ашыу йоғошло сир бар

2022 йылдың ғинуарынан сентябрь айына тиклем республиканың Берҙәм лицензиялар реестрында теркәлгән медицина ойошмалары алты процентға артты. Элек теркәлгән 98 медицина ойошмаһына йәнә алты ойошма өҫтәлде.

–Йоғошло сирҙәр организмға патогенлы микроорганизмдар үтеп инеү арҡаһында барлыҡҡа килә. Патогенлы микроб кеше организмының ҡаршы тороусанлығын еңеү һәләтенә эйә һәм уға токсик йоғонто яһай, – ти Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш эпидемиологы, Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов. Уның әйтеүенсә, йоғошло сирҙәр өлөшөнә кешегә хас сирҙәр һанының 20 проценттан 40 процентҡа тиклеме тура килә.

 Бөгөн фәнгә билдәле йоғошло сирҙәр һаны 1 200-ҙән ашыу һәм ул артыуға ғына бара. Кеше үҙ ғүмерендә иҫәпһеҙ-һанһыҙ микроорганизмдар менән осраша. Улар иҫәбендә – патоген үҙенсәлектәренә эйә булған бәшмәксәләр, бактериялар, риккетсия һәм вирустар. Йоғошло сирҙәр таралыуына социаль-көнкүреш, торлаҡ шарттары, туҡланыу, халыҡтың мәҙәни һәм иҡтисади кимәле йоғонто яһай. Йоғошло сирҙәрҙе өйрәнеү, иҫкәртеү, диагностикалау һәм дауалау менән микробиология һәм медицина дисциплиналары шөғөлләнә. Урология венерология, эпидемиология, терапия, гинекология, фтизиатрия, иммунология, отоларингология, вирусология һәм йоғошло сирҙәр бүлеге тап шулар иҫәбендә.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензия бүлеге медицина эшмәкәрлеге буйынса лицензияларҙы тиҙ алыуға һәр яҡтан булышлыҡ күрһәтә. Консультация биреү һәм методик ярҙам күһәтеү маҡсатында “ҡыҙыу линия” ойошторолған. Элек медицина зшмәкәрлегенә лицензиялар алыу өсөн 45 көн талап ителһә, хәҙер ул 15 көн эсендә башҡарыла.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-10-10/1-200-n-ashyu-yo-oshlo-sir-bar-2983770

1 200-ҙән ашыу йоғошло сир бар
1 200-ҙән ашыу йоғошло сир бар
Автор:
Читайте нас