Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
7 Октябрь 2022, 09:33

Тағы 35 ойошма өҫтәлгән

Көндөҙгө стационарҙар һаулыҡ һаҡлауҙа яңы күренеш

Тағы 35 ойошма өҫтәлгәнТағы 35 ойошма өҫтәлгән
Тағы 35 ойошма өҫтәлгән

Быйыл ғинуар айынан сентябргә тиклем лицензияларҙың Берҙәм реестрында көндөҙгө стационар шарттарында медицина эшмәкәрлеген башҡарыуға лицензия алған медицина ойошмалары һаны 18 процентҡа артҡан. Элек теркәлгән 194 медицина ойошмаһына 35 ойошма өҫтәлгән.

– Көндөҙгө стационарға пациенттар  көн дауамында тикшереү үтеү, дауаланыу йәки реабилитация үтеү өсөн килә һәм аҙаҡ өйөнә ҡайта. Был – амбулатор режим һәм стационар дауаланыу  араһындағы үҙенсәлекле вариант, – ти министрлыҡтың лицензиялар бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова.

Көндөҙгө стационарҙар һаулыҡ һаҡлауҙа яңы күренеш. Тәүлек әйләнәһенә медицина күҙәтеүе талап ителмәгән осраҡтарҙа ойошторола. Унда дауаланыу өсөн тәүге звено табиптары йүнәлтмә бирергә тейеш. Хәҙерге ваҡыта медицина эшмәкәрлеге буйынса лицензиялар тиҙ, ҡыҫҡа ваҡытта рәсмиләштерелә. Тәүге тапҡыр лицензия алғанда уны 15 көн эсендә рәсмиләштерергә мөмкин, ҡабаттан алыу ун көн эсендә хәл ителә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-10-07/ta-y-35-oyoshma-t-lg-n-2980950
Тағы 35 ойошма өҫтәлгән
Тағы 35 ойошма өҫтәлгән
Автор:
Читайте нас