Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
7 Октябрь 2022, 09:29

Фаил фатирлы булды!

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Фаил Дәүләтбаевҡа фатир асҡысы тапшырҙы

Фаил фатирлы булды!Фаил фатирлы булды!
Фаил фатирлы булды!

Ошо көндәрҙә Хәйбулла районы хакимиәтендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған Фаил Дәүләтбаевҡа фатир асҡысы тапшырылды.

Районда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарҙы фатирлы итеү социаль  программаһы  уңышлы дауам итә. Был юлы Аҡъяр ауылынан Фаил Дәүләтбаев торлаҡлы булды. Аҙ һүҙле егет хәбәрҙе күп һөйләмәй, әммә уның сикһеҙ ҡыуанысын күҙҙәренән уҡырға мөмкин ине.

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов фатир асҡысы тапшырғанда  йылы һүҙҙәрен һәм теләктәрен әйтте. Фаил Фәнил улы әрмелә хеҙмәт иткән, аҙаҡтан хәрби контракт буйынса Сахалин өлкәһендә, Көньяҡ Сахалинда эшләй. Фатир алыуға сираты еткәс, тыуған яғына ҡайтып, өләсәһендә йәшәй. Хәҙер инде, торлаҡлы булғас, йәш кешегә тыуған районына ҡайтып,  туғандары йәшәгән Аҡъяр ауылында төпләнергә мөмкинлек асылды. Әйткәндәй, Рөстәм Динислам улы уның менән һөйләшкәндә эшкә урынлашырға ярҙам буласағын да белдерҙе.

Был эштәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-10-07/fail-fatirly-buldy-2980896
Фаил фатирлы булды!
Фаил фатирлы булды!
Автор:
Читайте нас