Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
6 Октябрь 2022, 05:00

Белем усағы танымаҫлыҡ булып үҙгәрә

Өфө гимназияларының береһен төҙөкләндереү тамамланыуға яҡынлаша.

Белем усағы танымаҫлыҡ булып үҙгәрәБелем усағы танымаҫлыҡ булып үҙгәрә
Белем усағы танымаҫлыҡ булып үҙгәрә

Өфөлә быйыл үҙенең 55 йыллығын билдәләгән 115-се гимназияны реконструкциялау дауам итә. Эштәр ил Презиенты Владимир Путиндың май указы тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проектына (национальный проект “Образование”) ярашлы алып барыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, реконструкциялау тураһында ҡарар комплекслы тикшереү йомғаҡтары буйынса ҡабул ителде, ул бинаның 80 процентының туҙыуын күрһәтте. Белем усағындағы төҙөкләндереү эштәре һөҙөмтәһендә унда дөйөм һыйҙырышлыҡ 800-ҙән 1225 урынға тиклем артасаҡ.

Төҙөлөш эштәре барышын Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Кирилл Чистяков тикшерҙе.

- Эштең лайыҡлы һөҙөмтәһен күрҙек. Объекттың әҙерлек кимәле бик юғары. Октябрь аҙағына тиклем төп төҙөлөш-монтажлау эштәре тамамланыр, тип уйлайым, - тине ул. - Реконструкцияны йыл аҙағына тамамларға тырышыу өсөн республиканың Капиталь төҙөлөш идаралығы ғәмәлгә ашырған мәктәп ҡорамалдарын килтереүҙе тиҙләтеү менән шөғөлләнәсәкбеҙ.

Гимназия, ысынлап та, тыштан да, эстән дә ныҡ үҙгәргән, яңырған. Бында уҡыу кабинеттары, административ-хужалыҡ бүлмәләре, туҡланыу блогы, ике спорт залы, медицина блогы, уҡыу залы менән китапхана, йүгереү юлдары менән мәктәп стадионы, мини-футбол, баскетбол, волейбол, ГТО нормаларын тапшырыу һәм күсмә уйындар өсөн майҙансыҡтар ҡаралған. Белем биреү процесын бойомға ашырыу өсөн гимназия заманса компьютерҙар һәм мультимедиа ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, реконструкция эштәре 2021 йылдың декабрендә башланды. Бында тышҡы инженер селтәрҙәрен ҡуйыу, монолит эштәре, ҡыйыҡты монтажлау, ҡойма ҡуйыу эштәре тамамланған. Эске һәм тышҡы биҙәү, эргә-тирәне төҙөкләндереү буйынса эштәр алып барыла. Эске инженер селтәрҙәре монтажлана. Объекттағы эштәргә көн һайын 170-кә яҡын кеше йәлеп ителә.

Бынан тыш, “Уфагорсвет” предприятиеһы тышҡы яҡтыртыу системаһын яңырта. Атап әйткәндә, 30 таяу һәм 37 заманса яҡтылыҡ-диодлы яҡтыртҡыс ҡуйыласаҡ.

Фото: ufacitynews.ru

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Белем усағы танымаҫлыҡ булып үҙгәрә
Белем усағы танымаҫлыҡ булып үҙгәрә
Автор:
Читайте нас