

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә 2022 йылда Әлшәй районының Раевка ауылында “Яңауыл” ял паркы” йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Парк Яңауыл биҫтәһендә “Пятёрочка” магазины артында урынлашасаҡ.
Бында балалар өсөн уйын майҙансығы, ял итеү зонаһы, йәйәүлеләр өсөн юлдар булдырыу ҡаралған. Спорт майҙансығын йыһазландырыу 12 йәштән өлкәнерәк йәш төркөмөнә иҫәпләнгән урам спорт комплексын ҡуйыуҙы күҙ уңында тота. Яҡтыртыу, йәшелләндереү, видеокамералар ҡуйыу буйынса эштәр планлаштырыла.
Әлеге ваҡытта ер эштәре тулыһынса башҡарылған, тротуар һәм юл бордюрҙарының 100 проценты ҡуйылған, брусчатка түшәлгән, өлөшләтә асфальт йәйелгән. Ер аҫты электр тәьминәтен һалыу буйынса эштәр башҡарылған, балалар һәм спорт ҡорамалдары һатып алыу стадияһында. Шулай уҡ паркты кәртәләү бара. Балалар майҙансығына резина япма һалынған.
Быйыл Раевка ауылында яңы парк асыласаҡ, унда кескәйҙәр һәм олораҡ балалар ял итә һәм спорт менән шөғөлләнә аласаҡ.
Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/324797
Фото: Әлшәй районы хакимиәте.