Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Милли проекттар
30 Сентябрь 2022, 05:22

Милли кейем күп нәмә тураһында һөйләй

Беҙҙең заманда һәр халыҡтың милли кейеменә ҙур иғтибар бүленә, этник элементтар заманса кейем тегеүҙә ҡулланыла

Милли кейем күп нәмә тураһында һөйләйМилли кейем күп нәмә тураһында һөйләй
Милли кейем күп нәмә тураһында һөйләй

“Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә, Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнөнә ҡарата Саҡмағош районының Ҡарайерек ауылы Мәҙәниәт йортонда “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейемдәре” этнографик дәресе үткәрелде.

Этнографик дәрес барышында сарала ҡатнашыусыларға республиканың элек-электән күп милләтле булыуы хаҡында һөйләнеләр. Беҙҙең республикаға үҙҙәренең традицион костюмдары булған халыҡтар килеп төпләнгән. Тап уларҙың милли кейеменә ҡарап, теге йәки был халыҡтың ниндәй милләткә ҡарауын билдәләп була. Шулай уҡ уның дингә ҡарата мөнәсәбәте, финанс хәле һәм статусы тураһында ла күп нәмә белергә мөмкин.

Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһында йәшәгән халыҡтарҙың милли кейемдәре менән таныштырҙылар, милли кейемдәрҙең оҡшашлығын һәм төрлөлөгөн танырға өйрәттеләр. Дәрес барышында Радик һәм Розалиә Ғафаровтар милли кейемдәрҙә халыҡ йырҙарын башҡарҙы, халыҡ уйындарын уйнаны. Йомғаҡлау өлөшөндә сарала ҡатнашыусылар был тематикаға ингән әҙәбиәт менән танышты.

“Беҙҙең заманда һәр халыҡтың милли кейеменә ҙур иғтибар бүленә, этник элементтар заманса кейем тегеүҙә ҡулланыла. Йылдан-йыл милли кейемгә, уның элементтарына ҡыҙыҡһыныу арта бара. Бындай саралар балаларҙың туған халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә һәм йолаларына ҡыҙыҡһыныуын, тыуған төйәге өсөн ғорурлыҡ тойғоһон, халыҡ оҫталарының хеҙмәтенә ҡарата ихтирам тойғоһон үҫтереүгә булышлыҡ итә”, – тине Ҡарайерек ауылы Мәҙәниәт йорто мөдире Радик Мәҡсүт улы Ғафаров.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/321414

Фото: Саҡмағош районы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-09-28/milli-keyem-k-p-n-m-tura-ynda-yl-y-2969139
Милли кейем күп нәмә тураһында һөйләй
Милли кейем күп нәмә тураһында һөйләй
Автор:
Читайте нас