Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
28 Сентябрь 2022, 05:07

Тағы етәү барлыҡҡа килде

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Тағы етәү барлыҡҡа килдеТағы етәү барлыҡҡа килде
Тағы етәү барлыҡҡа килде

Салауаттар инде бер нисә ай дауамында үҙ халҡы өсөн ошондай сауҙа урындары ойоштора, уларҙа кешеләр үҙҙәренең тауарын бөтөнләй бушлай һата ала

 
Ошо көндәрҙә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Салауатта йәшелсә, емеш-еләк һәм башҡа аҙыҡ-түлек менән сауҙа итеүселәр өсөн тағы ете яңы сауҙа павильоны ҡуйылған. Островский урамы, 82-се йорт адресы буйынса йәй башында ҡуйылған ике павильонды уңайлыраҡ һәм иркенерәктәренә алмаштырғандар, шулай уҡ уларҙы уңайлыраҡ урынға күсергәндәр. Ленин урамы, 52-се йорт янында иҫке металл сауҙа өҫтәлдәрен алып, биш яңы сауҙа павильонын урынлаштырғандар. Бында хәҙер барыһына ла урын етер һәм, иң мөһиме, халыҡ лайыҡлы шарттарҙа һатыр һәм һатып алыр тип ышана салауаттар.

Салауаттар инде бер нисә ай дауамында үҙ халҡы өсөн ошондай сауҙа урындары ойоштора, уларҙа кешеләр үҙҙәренең тауарын бөтөнләй бушлай һата ала. Баҡсасылар өсөн рәттәр урынлаштырыуҙы павильондар әҙерләүсе, урынлаштырыусы эшҡыуарҙар ярҙамында ҡала хакимиәте башҡара. 23 сауҙа нөктәһе булдырылған, унда үҙ продукцияң менән бушлай сауҙа итергә мөмкин.

Бөгөнгө көндә бушлай рәттәр түбәндәге адрестар буйынса ҡуйылған:

- Өфө урамындағы “Ҡала баҙары” трамвай туҡталышынан көньяҡтараҡ;

- Островский урамы, 69;

- Островский урамы, 82;

- Ленин урамы, 53;

- Ленин урамы, Шатлыҡ сауҙа үҙәге янында;

- Өфө урамы, 122а/4.

Салауаттар был эште мотлаҡ дауам итәсәк. Әлеге ваҡытта Салауат ҡалаһында ҡуйыу өсөн тағы 10 сауҙа рәте әҙерләнә.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/320240

Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
 
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-09-27/ta-y-et-barly-a-kilde-2967861
Тағы етәү барлыҡҡа килде
Тағы етәү барлыҡҡа килде
Автор:
Читайте нас