

“Демография” милли проектының “Өлкән быуын” төбәк проекты ололарҙың тормош сифатын һәм әүҙем ғүмер оҙайлығын арттырыуға йүнәлтелгән. Бының өсөн ҡала һәм район үҙәктәренән алыҫ йәшәгән оло кешеләрҙең ваҡытында тейешле медицина тикшереүҙәрен үтеүе бик мөһим.
Ошо көндәрҙә Благовещен үҙәк район дауаханаһында 65 йәштән өлкәндәрҙе ҡабул итеү ойошторолдо.Ә кисә Богородск ауылы кешеләре медицина тикшеренеүен үтте. Медицина контроле үҙ эсенә флюорографияны, дөйөм ҡан һәм биохимик анализдарын, электрокардиография тикшеренеүҙәрен ала.
Бынан тыш, пенсионерҙар тар белгестәрҙең кәңәштәрен алды. Отоларинголог, окулист, дерматолог һәм хирургтар өлкәндәргә ярҙамға килергә һәр саҡ әҙер. Табиптар әйтеүенсә, оло йәштәгеләр бындай хәстәрлектән һәм иғтибарҙан ҡәнәғәт. Улар иҫкәртеү сараларын, диспансерлаштырыуҙы һәм өҫтәмә скринингтарҙы бушлай үтеү мөмкинлегенә эйә.
“Демография” милли проектының “Өлкән быуын” федераль проектына ярашлы, ололарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, социаль яҡлау буйынса ҙур бурыстар тора. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указына ярашлы, милли проектты тормошҡа ашырыу барышында өлкәндәрҙең медицина хеҙмәтләндереүенән файҙаланыу мөмкинлеген һәм сифатын арттырыу ҡаралған. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡҡа.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото:VK.com