Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Сентябрь 2022, 14:57

Йәш уйлап табыусы – Мәскәүҙә

Радмир "Аҡыллы лампа" уйлап тапҡан. Киләсәктә ул кешеләр тормошон еңеләйткән проекттар эшләргә йыйына. 

Йәш уйлап табыусы – Мәскәүҙә
Йәш уйлап табыусы – Мәскәүҙә

Дүртөйлө районының Әсән ауылынан йәш уйлап табыусы Радмир Саҙретдинов Мәскәүҙә Рәсәй Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһында үткән “Йәш техниктар һәм уйлап табыусылар” IX Бөтә Рәсәй конференцияһында ҡатнашты. Сара "Мәғариф" милли проектына ярҙам итеү өсөн уҙғарыла.

Был Рәсәй кимәлендәге конференция ғына түгел, ә уҡыусыларҙың ИТ-технологияларында, программалауҙа, робот техникаһында, физикала һәм инженер-техник проекттарында белем биреү форумы ла. Бында балалар аралаша, илһамлана һәм илебеҙҙең ғилми тармаҡтарын артабан үҫтереү өсөн үҙҙәренең ҡарарҙарын тәҡдим итә.

Радмир күләмле сарала ҡатнашыуҙан ыңғай тәьҫораттар алды, яңы проекттар менән илһамланды һәм үҙ көсөңә, уҡыуға ҡарата һөйөү уңыштарға килтерә алыуын аңланы.

– Физика уҡытыусым Илдус Әүҙәх улы “Аҡыллы лампа” проектын булдырырға тәҡдим итте, һәм бергәләшеп уны тормошҡа ашырҙыҡ. Ул миңә ярҙам итте, ҡайҙалыр үҙем идеялар тәҡдим иттем, бөтәһе лә шунда уҡ килеп сыҡманы, әммә был миңә тағы ла нығыраҡ этәргес бирҙе. Мин остазым менән киләсәктә патент алған һәм кешеләргә файҙа килтерә алырлыҡ, мәҫәлән, уларҙың тормошон ябайлаштырған һәм эш һөҙөмтәлелеген арттырған башҡа проекттар ҙа әҙерләргә теләр инем. Тырышасаҡмын, – тип һөйләне Радмир.

Киләсәктә ул Өфө дәүләт авиация техник университетына авиация двигателдәре факультетына уҡырға инергә ниәтләй.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/316620

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-09-20/y-sh-uylap-tabyusy-m-sk-2957230
Йәш уйлап табыусы – Мәскәүҙә
Йәш уйлап табыусы – Мәскәүҙә
Автор:
Читайте нас: