Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Сентябрь 2022, 15:00

Сәхнәлә – Ҡорос-Керчь яҙмышы

Миәкә районының Илсеғол ауылынан 112-се Башҡорт кавдивизияһы составында Бөйөк Ватан һуғышында йөрөп ҡайтҡан Ҡорос (Керчь) ҡушаматлы хәрби аттың тарихы күптәргә билдәле. Мөнир Ҡунафиндың ошо фәһемле тарихҡа бәйле ижад иткән пьесаһы ҡасан, ҡайҙа ҡуйыла? 

Сәхнәлә – Ҡорос-Керчь яҙмышы
Сәхнәлә – Ҡорос-Керчь яҙмышы

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Башҡорт драма театрында Мөнир Ҡунафиндың пьесаһы буйынса “Ҡорос. Яугир ат яҙмышы” спектаклен тапшырыу сараһы үтте.

Миәкә районының Илсеғол ауылынан Ҡорос (Керчь) ҡушаматлы хәрби аттың тарихы тамашасыларҙы битараф ҡалдырмаҫ, ти ижади төркөм. Ул 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында фронтҡа оҙатыла, Бөйөк Ватан һуғышын үтә, ике тапҡыр яралана. 1947 йылда маршал Семен Буденныйҙың ҡушыуы буйынса тыуған ауылына ҡайтарыла. Ҡорос 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтҡан берҙән-бер аты була. Тыныс ваҡытта колхозда тир түккән. 23 йәшендә вафат була. Илсеғол ауылында хәрби ат хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

– Спектакль сәхнә биҙәлеше, декорация буйынса билдәле бер ваҡытҡа һәм урынға бәйле түгел. Ул мәңгелек тураһында. Спектаклдә егермегә яҡын актер ҡатнаша. Улар аттарға, һалдаттарға, эшселәргә әүерелә. Бында уларға костюмдар һәм шартлылыҡтар ярҙам итә. Төп ролде Фәнил Ҡарасурин башҡара. Спектаклдең әҙерләнмәгән аудиторияға аңлайышлы булыуы беҙҙең өсөн бик мөһим ине. Беҙҙең тәүге тамашасылар – ҡала мәктәптәре үҫмерҙәре баһалауынса, беҙ был маҡсатҡа өлгәштек, – тип һөйләне ҡуйыусы режиссер Айҙар Зарипов.

Премьера 14 октябргә билдәләнгән. Билеттарҙы ҡала кассаларында һәм театр сайтында алырға була. Бында “Пушкин картаһы” ғәмәлдә. Спектакль 12 йәштән өлкән тамашасылар өсөн тәғәйенләнгән.

Спектаклде сәхнәләштереү, уны “Пушкин картаһы” буйынса ҡарау мөмкинлеге Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылған “Мәҙәниәт”  (национальный проект “Культура”) милли проекты бурыстарына тап килә.

 

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Мәҙәниәт министрлығы.

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/316640

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-09-20/s-hn-l-oros-kerch-ya-myshy-2956897
Сәхнәлә – Ҡорос-Керчь яҙмышы
Сәхнәлә – Ҡорос-Керчь яҙмышы
Автор:
Читайте нас: