Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Сентябрь 2022, 14:58

Дәүләкәндәр рәхмәт әйтә

Райондың 1,7 меңдән ашыу халҡы, шул иҫәптән балалар һәм өлкәндәр, тар белгестәргә күренә алды.

Дәүләкәндәр рәхмәт әйтә
Дәүләкәндәр рәхмәт әйтә

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы,  Дәүләкән районында 22 августан 31 авгусҡа тиклем  “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы үтте.  Медицина хеҙмәткәрҙәре бригадалары Яңы Йәнбәк, Ҡамсылытамаҡ, Ҡәҙерғол, Бик-Ҡарамалы, Имай-Ҡарамалы ауылдарында йәшәгән халыҡҡа бушлай ярҙам күрһәтте.

–Табиптарға ҙур рәхмәт! Һәр кемде иғтибар менән тыңлап, тикшереү үткәреп, тейешле кәңәштәрен биргән аҡ халатлыларҙың үҙҙәренә һаулыҡ теләйбеҙ, – ти ауылдаштары исеменән Фидалия Зыятдинова.

“Сәләмәтлек поездары” ауыл халҡы өсөн бик кәрәкле, файҙалы эш башҡарҙы. Райондың 1,7 меңдән ашыу халҡы, шул иҫәптән балалар һәм өлкәндәр, тар белгестәргә күренә алды. Проект һөҙөмтәһендә бушлай медицина ҡаланан алыҫ төбәктәрҙә йәшәгән халыҡ өсөн яҡыная бара.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-09-20/d-l-k-nd-r-r-hm-t-yt-2956917
Дәүләкәндәр рәхмәт әйтә
Дәүләкәндәр рәхмәт әйтә
Автор:
Читайте нас: