Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Сентябрь 2022, 09:00

Ҡыйғылар китап сығарҙы

Район тураһындағы тәүге энциклопедияның исем туйы үтте.

Ҡыйғылар китап сығарҙы
Ҡыйғылар китап сығарҙы

“Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) нигеҙендә Ҡыйғы районының биләмә-ара китапханаһында район тураһындағы тәүге энциклопедияның исем туйы үтте. Был сара “PRO.Культура.РФ” һанлы платформаһында ла трансляцияланды.

Сараға саҡырылғандар араһында район хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко, “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһының бүлек етәксеһе Булат Латипов, Ҡыйғы энциклопедияһын булдырыу буйынса ваҡытлыса ижад коллективынан вәкилдәр булды.

Район хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко эшсе төркөм ағзаларына, музей хеҙмәткәрҙәренә, ауыл биләмәһе башлыҡтарына, ойошма етәкселәренә һәм райондың тәүге энциклопедияһын булдырыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

Энциклопедия уҡыусыларҙы Ҡыйғы районының тарихы менән таныштыра, муниципалитеттың социаль-иҡтисади, ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни үҫешенә ҙур өлөш индергән кешеләре тураһында һөйләй, шулай уҡ унда районды хәрби, хеҙмәт батырлыҡтары менән данлағандарҙың биографиялары бирелгән.

“Бәләкәй Ватан мәҙәниәте” проекты мәҙәниәт учреждениелары эшенең сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән. Ул барлыҡ граждандарға илдең мәҙәни тормошонда ҡатнашыуға юл аса, мәҙәни ялын төрләндерә, өҫтәмә белем алыу мөмкинлеге бирә. Проект түбәндәге йүнәлештәр буйынса тормошҡа ашырыла: “Урындағы мәҙәниәт йорто”, “Бәләкәй ҡалалар театры”, “Театр – балаларға”, “Моделле китапханалар”, “Автоклубтар”, “Балалар сәнғәт мәктәбе һәм сәнғәт училищеһы өсөн ҡорамалдар”, “Муниципаль музейҙар”.

Был саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.

Фото: gtrk.tv

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Резеда Шәнгәрәева
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-09-18/yy-ylar-kitap-sy-ar-y-2954625
Ҡыйғылар китап сығарҙы
Ҡыйғылар китап сығарҙы
Автор:
Читайте нас: