Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Сентябрь 2022, 09:10

Халыҡ һорағас...

"Ямғыр ваҡытында сүп-сар контейнерҙарына барып етеү өсөн күләүектәр аша һикерергә тура килә".  

Халыҡ һорағас...
Халыҡ һорағас...

Туймазы районы кешеләре уларҙы борсоған проблемаларҙы социаль селтәрҙәрҙә хәл итә. Мөрәжәғәттәр Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенең “Инцидент-менеджмент” системаһында теркәлә.

Шулай ҡаланың Дауахана урамы, 1/1 адресы буйынса йортта йәшәүселәр ихатаның төҙөкләндерелеү кимәленә ялыу менән мөрәжәғәт итте.

– Ямғыр ваҡытында сүп-сар контейнерҙарына барып етеү өсөн күләүектәр аша һикерергә тура килә. Өҫтәүенә беҙҙә машиналар ҡуйыу урыны юҡ, өй артына ултыртырға мәжбүрбеҙ. Балалар майҙансығы бер тимер тауҙан һәм ике эскәмйәнән тора. Ихатабыҙҙы төҙөкләндереүҙә ярҙам итеүегеҙҙе һорайбыҙ, – тип яҙҙы улар.

“Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Раил Ғафаров хәбәр итеүенсә, 2022 йылдың 8 сентябренә ошо йорт ихатаһында йәйәүлеләр өсөн юл һалынған, контейнер майҙансығына асфальт түшәлгән.

Туҡталҡаға һәм балалар майҙансығына килгәндә, уларҙы йорт янындағы биләмәлә йыһазландырыу мөмкинлеге юҡ, сөнки ул бик бәләкәй. Балалар уйындары өсөн яҡындағы майҙансыҡ күрше 3-сө йорт эргәһендә йыһазландырылған. Туҡталҡа урындарын 1/1 һанлы йорттоң мөйөшөндә йыһазландырырға мөмкин, әммә был биләмә менән ҡала хакимиәте эш итә. Шуға күрә йортта йәшәүселәргә туҡталҡа төҙөү өсөн төҙөкләндереү бүлегенә тейешле ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Ихата биләмәләрен төҙөкләндереү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты бурыстарына тап килә.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Туймазы районы хакимиәте. 

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/316713

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-09-19/haly-ora-as-2955639
Халыҡ һорағас...
Халыҡ һорағас...
Автор:
Читайте нас: