Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Сентябрь 2022, 09:15

Бер айға алдараҡ тамамлағандар

Шулай уҡ юл ситтәре нығытылған, юл һыҙаттары эшләнгән, шул иҫәптән термопластиктан эшләнгән күсәр һыҙылған.  

Бер айға алдараҡ тамамлағандар
Бер айға алдараҡ тамамлағандар

Башҡортостан Республикаһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты ярҙамында Өфө – Бөрө – Яңауыл төбәк трассаһының Бөрө районы сигенән Мишкә районының Сосновка ауылына тиклемге участкаһында ремонт эштәре бер айға тиерлек алдараҡ тамамланған. Яңыртылған участканың оҙонлоғо дүрт километрҙан ашыу тәшкил итте.

Юл эштәре барышында юлсылар юлды тигеҙләгән. Шулай уҡ юл ситтәре нығытылған, юл һыҙаттары, шул иҫәптән термопластиктан эшләнгән күсәр һыҙылған.

Шулай уҡ белгестәр Шаран – Яңы Балтас – Андреевка автомобиль юлының ике километрлыҡ участкаһын норматив хәлгә килтерҙе. Подряд ойошмаһы белгестәре тарафынан асфальт-бетон япмаһы яңыртылған, юл ситтәре нығытылған, билдәләр алмаштырылған һәм тамғалар һыҙылған. Был маҡсатҡа 20 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде.

– Милли проект объекттарында башҡарылған ремонттың сифатына айырыуса ҙур иғтибар бүленә – милли проект объекттарында эштәрҙе башҡарыуға күп баҫҡыслы контроль ойошторолған, уны башта подряд ойошмалары, һуңынан заказсы, һуңынан Федераль юл агентлығы белгестәре башҡара, – тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылда Башҡортостанда милли проект сиктәрендә бөтәһе 200 километрҙан ашыу юл селтәре норматив хәлгә килтерелә. Ошо маҡсатҡа 7,5 миллиард һум йүнәлтелгән, уларҙың 3,6 миллиард һумдан ашыуы федераль ҡаҙнанан бүленгән.

Юлдарҙы тәртипкә килтереү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар”  (национальный проект “Безопасные и качественные дороги”) милли проекты бурыстарына тап килә.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: ФГБУ «ИНФОРМАВТОДОР»

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/316687

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-09-19/ber-ay-a-aldara-tamamla-andar-2955860
Бер айға алдараҡ тамамлағандар
Бер айға алдараҡ тамамлағандар
Автор:
Читайте нас: