Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Сентябрь 2022, 09:05

Һөнәр һайлауға ла булышлыҡ итәсәк

Борай районында "Үҫеш нөктәһе" үҙәктәре асылды.  

Һөнәр һайлауға ла булышлыҡ итәсәк
Һөнәр һайлауға ла булышлыҡ итәсәк

Борайҙың Яңы Таҙлар ауылы мәктәбендә тәбиғәт-фәнни һәм технологик профилле “Үҫеш нөктәһе" үҙәге  тантаналы асылды. Билдәле булыуынса, ул – “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) нигеҙендә 2019 йылда булдырылған уникаль проект.

Төп маҡсаты – ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, барлыҡ уҡыусыларға сифатлы белем алыуға тигеҙ мөмкинлектәр булдырыу.

Үҙәкте асыу тантанаһында Борай районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Мостафин, “Үҫеш нөктәһе” үҙәгенең муниципаль координаторы, мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Зинфира Булатова, Таҙлар ауыл Советы биләмәһе башлығы Илүс Дауытов ҡатнашты. Улар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған физика, химия, биология кабинеттарының заманса үҙгәреүен билдәләне. Робот техникаһы һәм проект эшмәкәрлеге дәрестәре өсөн бүленгән махсус зоналар ҙа ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Яңы Таҙлар ауылы мәктәбе нигеҙендәге “Үҫеш нөктәһе” үҙәге мәктәп уҡыусыларының мөмкинлектәрен киңәйтә, уларҙа тәбиғәт-фәнни, математик, мәғлүмәт грамоталылығын, креатив фекерләүҙе арттыра.

“Был үҙәк мәктәп уҡыусыларына яңы мөмкинлектәр аса. “Үҫеш нөктәһе” үҙәге базаһында профилле фәндәрҙе тәрән өйрәнеү балаларға һөнәр һайлағанда, сығарылыш имтихандарына әҙерләнгәндә лә ярҙам итә”, - тине Илдус Мостафин.

Был саралар ил Президены Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыуға ла ярҙам итә.

Фото: "Башинформ".

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Резеда Шәнгәрәева
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-09-18/n-r-aylau-a-la-bulyshly-it-s-k-2954617
Һөнәр һайлауға ла булышлыҡ итәсәк
Һөнәр һайлауға ла булышлыҡ итәсәк
Автор:
Читайте нас: