Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Сентябрь 2022, 09:00

“IT куб” асылды

"Кубтағы һымаҡ, проекттың да алты яғы, алты йүнәлеше бар".  

“IT куб” асылды
“IT куб” асылды

“Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Һанлы белем биреү мөхите” федераль проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Октябрьский ҡалаһының 12-се мәктәбе нигеҙендә урындағы тәүге "IT-куб" тантаналы асылды.

Ул мәғлүмәт-телекоммуникациялар технологиялары өлкәһендә көнүҙәк һәм ихтыяж менән файҙаланылған белемде, оҫталыҡты үҙләштереүгә йүнәлтелгән. Шулай уҡ балаларҙың һәләттәрен асыҡлау өсөн шарттар булдырыуҙы, һөнәри йүнәлеш биреүҙе, математика, мәғлүмәт грамоталылығын, креатив фекерләүҙе формалаштырыуҙы ла күҙ уңында тота. "IT-куб" үҙәгендә алты йүнәлештә белем алырға мөмкин.

Ҡаланың йәш таланттарын хакимиәт башлығы А.Н. Шмелев тәбрикләне: "Яңы һанлы донъяға рәхим итегеҙ! Кубтағы һымаҡ, проекттың да алты яғы, алты йүнәлеше бар: мобиль эш, Python-да программалау, кибергигена, алгоритмика һәм логика нигеҙҙәре, роботтарҙы программалау. Һәр йүнәлеш үҙенсә ҡыҙыҡлы. Кибертехнологиялар хәҙерге заманда ҙур ихтыяж менән ҡулланыла, һөҙөмтәлә һеҙҙең алда һанлы киңлектең яңы донъяһына ишектәр асыла. Барығыҙға ла уңыштар теләйбеҙ!" - тине ул.

Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә тормошҡа ашырыла. 

Фото: "Башинформ".

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Резеда Шәнгәрәева
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-09-18/it-kub-asyldy-2954633
“IT куб” асылды
“IT куб” асылды
Автор:
Читайте нас: