Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Сентябрь 2022, 09:05

Тәүге 30 йүнсел уҡып сыҡты

“Эшҡыуарлыҡ мәктәбе” үҙ эшен киңәйтергә йәки икенсе тармаҡҡа йүнәлтергә теләгән эшҡыуарҙар өсөн булдырылған.  

Тәүге 30 йүнсел уҡып сыҡты
Тәүге 30 йүнсел уҡып сыҡты

Өфөлә “Эшҡыуарлыҡ мәктәбе” тәүге 30 йүнселде уҡытып сығарҙы. Улар “Минең бизнес” үҙәгендә белем алды.

Бушлай уҡыуҙар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") нигеҙендә уҙғарыла.

Эшҡыуарҙар эксперттар менән бергә конкуренция, маркетинг, планлаштырыу кеүек мәсьәләләрҙе ҡараны, финал этапта һәр кем үҙ бизнесын үҫтереүҙең юл картаһын төҙөнө.

“Был - үҙ мәғәнәһендә эшҡыуарлыҡ апгрейды. “Эшҡыуарлыҡ мәктәбе” тренингы үҙ эшен киңәйтергә йәки икенсе тармаҡҡа йүнәлтергә теләгән йүнселдәр өсөн булдырылған. Проект сиктәрендә йәнә ҡырҡ белем биреү сараһына теркәү үткәрәбеҙ”, - тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Авзалов.

Фото: “Башинформ”.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-09-17/t-ge-30-y-nsel-u-yp-sy-ty-2954157
Тәүге 30 йүнсел уҡып сыҡты
Тәүге 30 йүнсел уҡып сыҡты
Автор:
Читайте нас: