Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Сентябрь 2022, 09:00

Эшҡыуар автосервис һәм магазин асырға теләй

Район һәм ҡала хакимиәттәрендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ыңғай һөҙөмтә бирә.

Эшҡыуар автосервис һәм магазин асырға теләй
Эшҡыуар автосервис һәм магазин асырға теләй

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.

Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Ошо көндәрҙә Учалы районы хакимиәтендә уҙғарылған ошондай ултырышта сираттағы мөһим инвестиция проекты ҡаралды.

Урындағы йүнсел Учалы ҡалаһында автосервис һәм запас частар магазины асырға ниәтләй. Заманса ҡорамалдар һатып алыу өсөн эшҡыуарға финанс ярҙам кәрәк. Муниципаль район башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Әсхәт Әсәҙуллин йүнселде бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт ярҙамы саралары, төбәк лизинг компанияһы хеҙмәттәре һәм өҫтөнлөклө инвестиция проекттары иҫәбенә инеү шарттары менән таныштырҙы.

Фото: Учалы районы хакимиәте сайты.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
Эшҡыуар автосервис һәм магазин асырға теләй
Эшҡыуар автосервис һәм магазин асырға теләй
Автор:
Читайте нас: