Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Сентябрь 2022, 09:15

“Берҙәм коллективыбыҙға рәхим итегеҙ!”

- Тәжрибәле табиптарҙың һәм йәш көстәрҙең килеүенә бик шат булыр инек, - ти Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы баш табибы.

“Берҙәм коллективыбыҙға рәхим итегеҙ!”
“Берҙәм коллективыбыҙға рәхим итегеҙ!”

Хәйбулла районы халҡы, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект "Здравоохранение") ауыл медицинаһын яңыртыу программаһына ярашлы, теләгән ваҡытта тиҙ ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә. Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илшат Ырыҫҡужин әйтеүенсә, уларҙа тәүлегенә 375 пациентты ҡабул итерлек поликлиника, 101 койкаға иҫәпләнгән стационар, 75 урынлыҡ көндөҙгө стационар, биш табиплыҡ амбулаторияһы һәм 46 фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй. Медицина хеҙмәткәрҙәре 29 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерә.

"Республиканың башҡа медицина учреждениеларындағы кеүек, беҙҙә лә даими яңырыу дауам итә, – ти баш табип. – 2019 йылдан алып авария хәлендәге фельдшер-акушерлыҡ пункттарын заманса модуллеләргә алмаштырабыҙ. Былтыр шундай һигеҙ модулле ФАП ҡуйылды. Быйыл Мәмбәт ауылында яңы медицина пункты асылыуы көтөлә. Степнойҙа өс бүлмәле фатир менән берлектә ҡорамалдар менән тулыһынса йыһазландырылған фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө. Һуңғы өс йылда ғына автопарк ете транспорт сараһы менән тулыландырылды.

Илшат Ырыҫҡужин коллективта 49 табип, 205 урта медицина хеҙмәткәре эшләүен, шуларҙың араһында 36 кешенең “Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы” исеменә лайыҡ булыуын ғорурлыҡ менән билдәләне. ”Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары буйынса 20 табип, бер фельдшер эшкә килгән. Шулай уҡ һирәк осрай торған белгеслектәр буйынса биш табип, ике фельдшер хеҙмәт күрһәтә башлаған.

"Беҙҙең табиптарыбыҙ йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫ менән үтәй, әммә, башҡа медицина ойошмаларындағы кеүек, беҙҙә лә белгестәргә ҡытлыҡ бар. Бөгөндән онколог, хирург, травматолог-ортопед, невролог, дерматовенеролог, терапевтар кәрәк. Беҙ тәжрибәле, ҙур стажлы табиптарҙың һәм йәш көстәрҙең коллективыбыҙға килеүенә бик шат булыр инек", –  тип ышаныс белдерә етәксе.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау, дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Фото: Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-09-17/ber-m-kollektivyby-a-r-him-itege-2954167
“Берҙәм коллективыбыҙға рәхим итегеҙ!”
“Берҙәм коллективыбыҙға рәхим итегеҙ!”
Автор:
Читайте нас: