Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Милли проекттар
16 Сентябрь 2022, 04:05

Һөнәри йүнәлешкә иғтибар ҙур

Башҡортостан Хөкүмәтендә республиканың дөйөм белем биреү учреждениеларында һөнәри йүнәлеш биреү сараларын ойоштороу мәсьәләһе тикшерелде. Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Азат Бадранов видеоконференция форматында кәңәшмә үткәрҙе. 

Һөнәри йүнәлешкә иғтибар ҙурҺөнәри йүнәлешкә иғтибар ҙур
Һөнәри йүнәлешкә иғтибар ҙур

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Азат Бадранов республиканың дөйөм белем биреү ойошмаларында һөнәри йүнәлеш биреү сараларын ойоштороу мәсьәләһе буйынса видеоконференция форматында кәңәшмә үткәрҙе. Сарала Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, шулай уҡ республика юғары уҡыу йорттары вәкилдәре ҡатнашты.

– Быйылғы йыл Башҡортостанда Һөнәри белем биреүҙе яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителде. Беҙ барыбыҙ ҙа уҡыусыларыбыҙҙың республика вуздарына уҡырға инеүҙәре яҡлы. Профориентация эшен алып барыу, шулай уҡ мөмкин тиклем күберәк мәктәптәр университеттарыбыҙҙың олимпиадаларында ҡатнашыу өсөн беҙҙәге идара итеү ресурстарын файҙаланыу зарур, – тине Азат Бадранов.

Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин үҙ сығышында Башҡортостандың Йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге тормошҡа ашырған һөнәри йүнәлеш биргән проекттарҙы билдәләне.

– Белем биреү ойошмаларының 8200-ҙән ашыу 5-11-се класс уҡыусыһы “Мәғариф” милли проектының “Йәш профессионалдар” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә йыһазландырылған заманса оҫтаханаларҙың эше менән танышып ҡына ҡалманы, шулай уҡ уҡытыусыларҙан, производствоға өйрәтеү оҫталарынан һәм партнерҙарҙан дәрес алды. Шулай уҡ уҡыусылар өсөн колледждар буйлап экскурсия ойошторолдо, улар һөнәри белем биреү ойошмаларында бойомға ашырылған һөнәрҙәр менән танышты, – тине Айбулат Хажин.

Кәңәшмә барышында һөнәри йүнәлеш биреү эшмәкәрлеген алып барыу буйынса Башҡортостандың алдынғы юғары уҡыу йорттарынан тәҡдимдәр ҙә яңғыраны.

Азат Бадранов кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла, килгән тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алып, һөнәри йүнәлеш биреү сараларын ойоштороу буйынса һөҙөмтәле саралар әҙерләү өсөн мәсьәләне ентекләберәк өйрәнергә ҡушты.

Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=57286

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-09-16/n-ri-y-n-leshk-i-tibar-ur-2953003
Һөнәри йүнәлешкә иғтибар ҙур
Һөнәри йүнәлешкә иғтибар ҙур
Автор:
Читайте нас