Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Сентябрь 2022, 09:00

Ике йәмәғәт киңлеге заманса төҫ ала

Благоварҙар был объекттарҙы дәррәү һайланы.

Ике йәмәғәт киңлеге заманса төҫ ала
Ике йәмәғәт киңлеге заманса төҫ ала

Благовар районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тиҙҙән район үҙәгендәге ике йәмәғәт киңлеге заманса өр-яңы төҫ аласаҡ. Ленин урамындағы йәйәүлеләр аллеяһы һәм Языков ауылындағы арҡанлы бәләкәй парк Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһына ярашлы төҙөкләндерелә.

Йәмәғәт киңлектәре благоварҙарҙың төҙөкләндереү объекттары өсөн әүҙем тауыш биреүе һөҙөмтәһендә һайланды. Күпселек тауышты район халҡы тап Языков ауылының үҙәк урамының йәйәүлеләр зонаһын тәртипкә килтереү өсөн бирҙе. Реконструкцияның төп маҡсаты – биләмәләрҙе урындағы халыҡ өсөн уңайлы итеү.

Аллеяла юлдарға асфальт түшәлгән, әле яҡтыртҡыс монтажлана, паркта иһә төрлө ҡорамалдар, ҡулайламалар ҡуйылған, ҡом түшәлгән.

Подряд ойошмаһы сентябрь аҙағына тиклем эште тамамларға ниәтләй.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/315945

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/315945

Автор:Лилия Давлетбакова
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-09-20/73-y-sht-velosiped-men-n-m-setk-y-r-y-2956453
Ике йәмәғәт киңлеге заманса төҫ ала
Ике йәмәғәт киңлеге заманса төҫ ала
Автор:
Читайте нас: