Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Сентябрь 2022, 11:41

“Тимер ат”һыҙ йәшәүе ауыр...

Малаяҙ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рудольф Фәхретдиновҡа автомобиль асҡысы тапшырылды...

“Тимер ат”һыҙ йәшәүе ауыр...
“Тимер ат”һыҙ йәшәүе ауыр...

Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин  Салауат районына эш сәфәре барышында Малаяҙ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рудольф Фәхретдиновҡа автомобиль асҡысы тапшырҙы. Шулай уҡ Азат Салауат улы Нәсибаш ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөшө менән танышты.

– Транспорттың етешмәүе хәҙер бигерәк тә асыҡ тойола. Сирҙәр артыу менән ауырыуҙарҙың йорттарына йышыраҡ барырға, дарыуҙар илтергә, биологик материал алырға тура килә. Был йәһәттән республика Хөкүмәтенең  транспорт менән ярҙам итеүе хуплауға лайыҡ, – ти Рудольф Фәхретдинов. “Лада Гранта” автомобиле “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынған.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-09-14/timer-at-y-y-sh-e-auyr-2949628
“Тимер ат”һыҙ йәшәүе ауыр...
“Тимер ат”һыҙ йәшәүе ауыр...
Автор:
Читайте нас: