Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Сентябрь 2022, 11:39

Ҡалтасылар айыҡ тормош яҡлы

Районда эскелекте иҫкәртеүгә йүнәлтелгән саралар үтте.

Ҡалтасылар айыҡ тормош яҡлы
Ҡалтасылар айыҡ тормош яҡлы

Ҡалтасы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнөнә ҡарата, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына (национальный проект “Демография”) ярашлы, районда эскелекте иҫкәртеүгә, сәләмәт тормошҡа йәлеп итеүгә йүнәлтелгән саралар үтте.

Ҡалтасы балалар модель китапханаһында 1-се мәктәптең 8Б класы уҡыусылары менән үҫмерҙәр араһында һыра алкоголизмы тураһында әңгәмә ойошторолдо. Китапханасы ошо эсемлектең кеше организмына тәьҫире, һыра алкоголизмының этаптары хаҡында һөйләне.

Ҡалтасы район китапханаһында “Сәләмәтлекте һайлайым” тигән темаға әңгәмәләштеләр. Сараға саҡырылған шәфҡәт туташы К.Н. Бикмурзина балаларға эскелектең, тәмәкенең, наркотиктарҙың йәш организмға зыяны тураһында сығыш яһаны.

Әмзебаш ауыл мәҙәниәт йорто белгестәре эскелеккә ҡаршы көрәш һәм айыҡ тормошто популярлаштырыу маҡсатында “Беҙ айыҡлыҡ яҡлы!” акцияһын ойошторҙо.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/314469

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/314469

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-09-14/altasylar-ayy-tormosh-ya-ly-2949634

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Ҡалтасылар айыҡ тормош яҡлы
Ҡалтасылар айыҡ тормош яҡлы
Автор:
Читайте нас: