Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Сентябрь 2022, 09:10

Шаран менән Саҡмағош араһындағы юл яҡшырҙы

Ремонт сифатына айырыуса ҙур иғтибар бирелә.

Шаран менән Саҡмағош араһындағы юл яҡшырҙы
Шаран менән Саҡмағош араһындағы юл яҡшырҙы

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Саҡмағош районында юлсылар Шаран – Яңы Балтас – Андреевка автомобиль юлы участкаһын төҙөкләндереүҙе графикта билдәләнгәндән алда тамамланы. Был эш Рәсәй Президенты Владаимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) ярашлы башҡарылды. Ошо маҡсатҡа 20 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. – Ремонттың сифатына айырыуса ҙур иғтибар бирелә – милли проект объекттарында эште башҡарыуға күп кимәлле контроль булдырылған, башта подряд ойошмалары, һуңынан заказсы һәм Федераль юл агентлығы белгестәре баһа бирә, – тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

Быйыл майҙа башланған ремонт барышында “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте филиалы юл япмаһын нормативка ярашлы хәлгә килтерҙе, юл ситтәрен нығытты. Участкала яңы тамға һалынды, юл билдәләре алмаштырылды. Мәғлүм булыуынса, был юл ике районды – Шаран менән Саҡмағошты тоташтыра.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: transport.bashkortostan.ru/presscenter/news/481945/

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/313178

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Шаран менән Саҡмағош араһындағы юл яҡшырҙы
Шаран менән Саҡмағош араһындағы юл яҡшырҙы
Автор:
Читайте нас: