Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Сентябрь 2022, 09:00

Дүртөйлөлә “Пушкин картаһы”н ҡайҙа файҙаланырға?

“Пушкин картаһы”н алыу өсөн ҡайһы бер талаптарға яуап бирергә кәрәк.

Дүртөйлөлә “Пушкин картаһы”н ҡайҙа файҙаланырға?
Дүртөйлөлә “Пушкин картаһы”н ҡайҙа файҙаланырға?

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект "Культура") ярашлы илебеҙҙә “Пушкин картаһы” ғәмәлгә индерелде. Уның ярҙамында йәштәр, үҙ аҡсаһын сарыфламайынса, төрлө мәҙәни сараларға йөрөй ала. Был картаны кем алыу мөмкинлегенә эйә, уның менән ҡайҙа барырға була?

“Пушкин картаһы”н алыу өсөн ҡайһы бер талаптарға яуап бирергә кәрәк: кеше Рәсәй гражданы, уның йәше 14-тән 22-гә тилем булырға, үҙе менән паспортын алырға һәм “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында теркәлергә тейеш. Әйткәндәй, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы һәм “Дәүләт хеҙмәттәре. Мәҙәниәт” ҡушымтаһы ярҙамында виртуаль йәки “Почта Банк”та заказ биреп, платик карта алырға мөмкин.

Сентябрҙә “Пушкин картаһы”н ҡайҙа файҙаланырға була? Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда был йәһәттән байтаҡ саралар тәҡдим ителә. Мәҫәлән, 14 сентябрҙә Иванай ауыл китапханаһы “Белем аукцины” тигән интеллектуаль уйын, 23-өндә – “Стилле сәйлән” оҫталыҡ дәресен, 22 сентябрҙә Биләмә-ара үҙәк китапхана “Аҡыллыраҡ бул” әҙәби уйынын, 24-ендә Иҫке Яндыҙ ауыл китапханаһы “Атлас таҫманан сәскә яһау” оҫталыҡ дәресен, 26-һында Исмаил ауыл китапханаһында “Ҡулдан эшләнгән мөғжизәләр” ижад сәғәтен үткәрә.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: durtuli.bashkortostan.ru/presscenter/news/482175/

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/313750

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Дүртөйлөлә “Пушкин картаһы”н ҡайҙа файҙаланырға?
Дүртөйлөлә “Пушкин картаһы”н ҡайҙа файҙаланырға?
Автор:
Читайте нас: