

Саҡмағош районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Таҙа һыу” федераль проектына ярашлы, Саҡмағош ауылында “Беҙ бергә” ирекмәндәр хәрәкәте ағзалары “Таҙа яр” экологик акцияһын ойошторҙо. Сараның маҡсаты – ауылдағы быуаның яр буйын таҙартыу, шулай уҡ халыҡта экологик мәҙәниәт тәрбиәләү, йәмәғәтселектең иғтибарын экология, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш мәсьәләләренә йәлеп итеү. Яҡшы йолаға әүерелгән “Таҙа яр” акцияһы йылына ике тапҡыр – яҙ һәм көҙ – уҙғарыла. Әлеге өмөлә ирекмәндәр ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә быуа ярын тәртипкә килтерҙе.
“Быйыл сүп-сар былтырғыға ҡарағанда аҙыраҡ булды. Быуа яры таҙарып ҡалды. Ваҡытты файҙалы үткәрҙек, эштән кинәнес алдыҡ. Ауылыбыҙҙы һәм уның тирә-яғын таҙа, төҙөк итеп күргебеҙ килә. Әле барыбыҙ ҙа ошо эшкә үҙ өлөшөн индерҙе”, – тине Саҡмағош районы хакимиәтендәге йәштәр эштәре, физик культура һәм спорт комитетының төп белгесе Айһылыу Хәлитова.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info/press_releases/313857