

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә.
Өфө ҡалаһында йәшәгән Ирина Бойкова татлы ризыҡ бешерергә, уларҙы яҡындарына бүләк итергә ярата. Береһенән береһе ишетеп, таныштары перәник бешереүен һорай. Кондитер ризыҡтар менән мауығыуынан килгән килем төп эшендә алған хаҡтан артып китә. Шулай мини-бизнесы – “102 перәник” оҫтаханаһы – барлыҡҡа килә.
Һигеҙ йыл өйөндә бешеренгәндән һуң, Ирина шәхси эшҡыуар булып теркәлә һәм ҡуртымға бина ала.
– Хеҙмәткәрҙәрҙе йыйып алыу еңел генә булманы. Ижади кешегә йүнселлектә бер аҙым да еңел бирелмәй, шулай ҙа беҙ һәр нәмәне еренә еткереп эшләргә тырышабыҙ. Бал тәмле перәниктәрҙе үҙенсәлекле рецепт буйынса әҙерләйбеҙ. Уларҙы алты айға тиклем һаҡларға мөмкин. Сифатҡа ҙур иғтибар бүләбеҙ: меңенсе перәник беренсеһенән айырылмай. Ҡул эше менән заманса технологияларҙы бергә ҡулланабыҙ. Перәниктәребеҙҙе сувенир итеп бөтә донъя буйлап алып китәләр. Был бик ҡыуандыра, – ти йүнсел ҡатын.
Оҫтахана етештереү эшен киңәйтергә ниәтләй – үҙ милли биҙәктәре төшөрөлгән сувенир перәниктәр һорап башҡа төбәктәр ҙә мөрәжәғәт итә.
– Эштең оҡшауы ғына етмәй, шул эш тип янырға, тәүге уңышһыҙлыҡҡа осрағанда уҡ күңелеңде төшөрмәү кәрәк. Үҙең һайлаған йүнәлеште яҡшы өйрәнеү, үҫешеүҙән туҡтамау мөһим, – тип сере менән бүлешә уңышлы эшҡыуар.
Ҙурыраҡ маркетинг сараларын табыу өсөн эшҡыуар “Минең бизнесым” үҙәгенә мөрәжәғәт иткән.
– Ирина Бойкова беҙгә һатыу өсөн яңы мөмкинлектәр эҙләп мөрәжәғәт итте. 2021 йылда “102 перәник” Мәскәүҙә үткән XXX “ЛАДЬЯ. Ҡышҡы әкиәт – 2021” Рәсәй халыҡ кәсептәре күргәҙмә-йәрминкәһендә, Екатеринбургта “Иван-да-Марья” оҫталар фестивалендә ҡатнашты, электрон сауҙа майҙандарына сығыу буйынса белем алды һәм был проект сиктәрендә Wildberries майҙанына сыҡты, аҙаҡ үҙ аллы Оzon майҙанын өйрәнде, – ти Башҡортостан Республикаһы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығының халыҡ-художество кәсептәре һәм кәсепселек үҙәге етәксеһе Татьяна Сайгина.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.
Фото һәм текст сығанағы: БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан