

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән көрәш” программаһына ярашлы, Раевка үҙәк район дауаханаһы яңы модулле электрокардиография системалары алды.
Электрокардиографтың төп тәғәйенләнеше – йөрәк-ҡан тамырҙары торошон контролләү, барыһынан да элек – йөрәкте. Даими рәүештә электрокардиограмма яһау йөрәк һәм эре ҡан тамырҙары патологияларын асыҡларға ярҙам итә.
– Һаулыҡ һаҡлау министрлығына Раевка дауаханаһын ун модулле электрокардиография системаһы менән тәьмин итеүе өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, пациенттар өсөн бик кәрәкле ҡорамалдар алдыҡ, – ти дауахананың баш табибы Венер Иҙекәйев.
Был модулле системаларҙың өҫтөнлөгө шунда, электрокардиограмма алыу өсөн ваҡыт күп талап ителмәй, организмға зарары күҙәтелмәй һәм йәш буйынса бер ниндәй сикләүҙәр юҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.