Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
11 Сентябрь 2022, 04:00

Етемдәргә торлаҡ асҡысы тапшырылды

Сибайҙа биш етем торлаҡлы булды.

Етемдәргә торлаҡ асҡысы тапшырылдыЕтемдәргә торлаҡ асҡысы тапшырылды
Етемдәргә торлаҡ асҡысы тапшырылды

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проектына ярашлы, Сибайҙа ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм етем балаларға фатир асҡыстарын тапшырыу тантанаһы үтте. Биш етем төҙөкләндерелгән һәм ремонтланған бер бүлмәле фатир асҡысы алды.

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған йәштәргә торлаҡ асҡыстары тапшырып, уларға изге тәләктәр теләне:

- Был ябай асҡыс түгел, ә оло тормошҡа юл асыусы, - тине Азамат Мырҙағәле улы.- Фатирҙар ҡотло булһын, ғаилә ҡороп, имен-һау йәшәргә яҙһын!

Опека һәм попечителлек бүлеге начальнигы Ирина Сидоренкова билдәләүенсә, йыл һайын Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы бюджеттарынан етем балалар өсөн торлаҡ һатып алыуға аҡса бүленә. Күптән түгел  биш етем ҡыҙ торлаҡлы булһа, әле йәнә биш кешегә фатир асҡыстары тапшырылған.

Әйткәндәй, йыл башынан Сибай ҡалаһында бөтәһе 14  етем торлаҡлы булған.

Был эштәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: Сибай ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Карима Усманова

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-09-11/etemd-rg-torla-as-ysy-tapshyryldy-2943948

Етемдәргә торлаҡ асҡысы тапшырылды
Етемдәргә торлаҡ асҡысы тапшырылды
Автор:
Читайте нас