Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
11 Сентябрь 2022, 04:10

Асҡын районының Яңы Бағаҙы ауылында ферма асыла

Асҡындың 19 йәшлек йүнселе ниндәй проект тәҡдим итә?

Асҡын районының Яңы Бағаҙы ауылында ферма асылаАсҡын районының Яңы Бағаҙы ауылында ферма асыла
Асҡын районының Яңы Бағаҙы ауылында ферма асыла

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә. 

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте" - бизнес һәм власть араһындағы координация советы ултырыштары районда йүнселлекте үҫтереүгә булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, хакимиәт башлыҡтары менән берлектә төбәктең иҡтисади, инвестиция мөмкинлектәрен барлауға ла үҙ өлөшөн индерә. Шулай уҡ бизнес идеяларын тормошҡа ашырған йүнселдәргә бар яҡлап булышлыҡ ҡыла. 

«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматында сираттағы кәңәшмә үткәрҙе. Был юлы райондың иң йәш йүнселе - 19 йәшлек егет мөрәжәғәт иткән.

"Һыйыр малы үрсетеү менән шөғөлләнеү файҙалы. Яңы Баҙы тигән бәләкәй ауылыбыҙҙа ғына һигеҙ электр көтөүсеһе иҫәпләнә, - тип үҙенең фекере менән уртаҡлашты мөрәжәғәт итеүсе."

Бөгөнгө көндә буласаҡ эшҡыуарҙың ике һарайы бар - ҡышҡы һәм йәйге. Бөтәһе өс һыйыр, дүрт быҙау, 30 баш һарыҡ аҫрай. Шәхси ярҙамсы хужалыҡта сапҡысы булған ике трактор ҙур ярҙамсы булып тора. Шәхси ярҙамсы хужалыҡты мөрәжәғәт итеүсе өлкән ағалары менән бергә үҫтерә.

Район хакимиәте башлығы Динис Йосоповтың ауыл хужалығы предприятиеһына механизатор булып эшкә урынлашырға, ә был уға 45-әр мең һум аҡса эшләргә мөмкинлек бирәсәк тигән тәҡдименән егет баш тартҡан, үҙенә эшләргә теләүен белдергән.

Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы артабан үҫтереү өсөн уға эре мал иҫәбен арттырырға кәрәк. Йүнсел үҙ эшен ит йүнәлешендә үҫтерергә теләй, әммә быларҙы  тормошҡа ашырыу өсөн финанс ярҙамы кәрәк. Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә мөрәжәғәт итергә тигән тәҡдим индерелде. Кредит ойошмалары ассоциацияһы сиктәрендә ул 350 мең һумға тиклем дәүләт ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

Фото: Асҡын районы хакимиәте сайтынан.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-09-11/as-yn-rayonyny-ya-y-ba-a-y-auylynda-ferma-asyla-2943949
Асҡын районының Яңы Бағаҙы ауылында ферма асыла
Асҡын районының Яңы Бағаҙы ауылында ферма асыла
Автор:
Читайте нас