Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
11 Сентябрь 2022, 04:05

Аҡъярҙа- яңы сауҙа үҙәге

Сибай эшҡыуары Роман Зәйҙуллин Хәйбулла районы үҙәгендә өр-яңы сауҙа үҙәге төҙөүе хаҡында белдергән.   

Аҡъярҙа- яңы сауҙа үҙәгеАҡъярҙа- яңы сауҙа үҙәге
Аҡъярҙа- яңы сауҙа үҙәге

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә. 

«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматында сираттағы кәңәшмәһен үткәрҙе. Был юлы Сибай эшҡыуары Роман Зәйҙуллин Хәйбулла районы үҙәгендә өр-яңы сауҙа үҙәге төҙөүе хаҡында проект менән сығыш яһаған.

Тиҙҙән Аҡъярҙа яңы сауҙа үҙәге барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был турала Сибай йүнселе Роман Зәйҙуллин белдергән. Йәш эшҡыуар Аҡъяр ауылында 1000 м2 майҙанда сауҙа үҙәген төҙөргә, ҙур парковка зонаһын булдырырға ниәтләй, унда балалар өсөн уйын майҙансығы урынлашасаҡ, был балаларға рәхәтләнеп һәм файҙаланып ваҡыт уҙғарырға, ә ата-әсәләргә әйберҙәр һатып алырға мөмкинлек бирәсәк. Бина эсендә бер нисә федераль селтәр һәм урындағы эшҡыуарҙар урынлашасаҡ. Дәүләт ярҙамының тейешле саралары - төҙөлөшкә һәм инженер коммуникациялары үткәреүгә рөхсәт алыу. "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә ҡатнашыусыларға был инвестиция проектына дәүләт ярҙамы күрһәтеү варианттары буйынса тәҡдимдәр эшкәртеү бурысы йөкмәтелде.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға йәлеп итеү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 
 
Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-09-11/a-yar-a-ya-y-sau-a-ge-2943947
Аҡъярҙа- яңы сауҙа үҙәге
Аҡъярҙа- яңы сауҙа үҙәге
Автор:
Читайте нас