Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
10 Сентябрь 2022, 04:05

Был кубокка кемдәр дәғүә итер?

Быйыл 7 ноябрҙән алып 11 ноябргә саҡлы “Екатеринбург-Экспо” майҙансығында Рационализаторлыҡ һәм етештереүсәнлек буйынса ярыш уҙасаҡ

Был кубокка кемдәр дәғүә итер?Был кубокка кемдәр дәғүә итер?
Был кубокка кемдәр дәғүә итер?

Быйыл 7 ноябрҙән алып 11 ноябргә саҡлы “Екатеринбург-Экспо” майҙансығында Рационализаторлыҡ һәм етештереүсәнлек буйынса ярыш уҙасаҡ. Унда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май Указдары тарафынан раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (национальный проект “Производительность труда”) ҡатнашҡан предприятиелар ярышасаҡ.

Әлеге ваҡытта Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы ошо бәйгелә ҡатнашасаҡ предприятиеларҙың исемлеген йыя. Был сараға милли проектта ҡатнашмаған предприятиелар ҙа заявка ебәрә ала.

“Беҙ республикабыҙ предприятиеларының үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтеренә шикләнмәйбеҙ, беҙҙә рационализаторлыҡ буйынса ҙур тәжрибә тупланған, һаҡсыл етештереү принциптары ла уңышлы тормошҡа ашырыла. Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын (национальный проект “Производительность труда”) тормошҡа ашырыу 2017 йылда башланғайны, әле унда 140 предприятие ҡатнаша”, – ти республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары-иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Рационализаторлыҡ һәм етештереүсәнлек буйынса кубокты Рәсәйҙең “Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы” илдең Иҡтисади үҫеш министрлығы менән берлектә уҙғара, быйыл унда 300-ҙән ашыу ҡатнашыусы һәм эксперт йыйылыуы көтөлә.

Фото: БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы сайтынан.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәшит Кәлимуллин
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-09-10/byl-kubokka-kemd-r-d-iter-2943517
Был кубокка кемдәр дәғүә итер?
Был кубокка кемдәр дәғүә итер?
Автор:
Читайте нас