Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
9 Сентябрь 2022, 05:54

Спортты ла, ижадты ла үҫтерәләр

Ҡыҙылъяр ауылында ҙур спорт байрамы булды

Спортты ла, ижадты ла үҫтерәләрСпортты ла, ижадты ла үҫтерәләр
Спортты ла, ижадты ла үҫтерәләр

Нуриман районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә район үҙәге Ҡыҙылъяр ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбендә “Баланы спортҡа һәм ижадҡа йәлеп ит!” тип аталған ҙур спорт байрамы булды. Акция Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) нигеҙендә үтте.  Уның маҡсаты – Нуриманда балаларҙы физик культура, спорт һәм ижад менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү.

Сара программаһында төрлө сығыштар, тренерҙар менән уҡытыусыларҙың консультациялары, шулай уҡ спорт секцияларына һәм ижади түңәрәктәргә яҙылыу ойошторолдо. Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренерҙары мәктәптәге төп спорт төрҙәре тураһында һөйләне. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙе шөғөлләнгән спорт төрө буйынса күргәҙмә ойошторғайны. Балалар тренерҙар менән танышып, консультация алды, секцияларға яҙылды.

Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто 29 августан уҡ яңы 2022/23 уҡыу йылына ғаризалар ҡабул итә башлағайны. Әле иһә уҡытыусылар үҙҙәренең ҡул эштәренән күргәҙмә әҙерләне, уҡыусыларға яңы түңәрәктәр һәм ижади берекмәләр тураһында һөйләне, ата-әсәләргә лә “Өҫтәмә белем биреү навигаторы” порталы аша Пионерҙар һәм уҡыусылар йортондағы түңәрәктәргә нисек яҙылыу тураһында кәңәш бирҙе.

Нуриман районының “Хәтер” эҙәрмәндәр отряды командиры Ғафуан Хафизов өлкән класс уҡыусыларын Ватанды һаҡлап һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса экспедицияларҙа ҡатнашырға саҡырҙы.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: nuriman.bashkortostan.ru/presscenter/news/480976/

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/311507

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-09-08/sportty-la-izhadty-la-ter-l-r-2940797

Автор:Лилия Давлетбакова
Спортты ла, ижадты ла үҫтерәләр
Спортты ла, ижадты ла үҫтерәләр
Автор:
Читайте нас