

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә.
"Эшҡыуарлыҡ сәғәте" - бизнес һәм власть араһындағы координация советы ултырыштары районда йүнселлекте үҫтереүгә булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, ә ҡала һәм хакимиәт башлыҡтары менән берлектә төбәктең иҡтисади, инвестиция мөмкинлектәрен барлауға ла үҙ өлөшөн индерә. Шулай уҡ бизнес идеяларын тормошҡа ашырған йүнселдәргә бар яҡлап булышлыҡ ҡыла.
"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә Нефтекама ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Эльдар Вәлидов "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" форматында сираттағы утыҙ икенсе кәңәшмәһен үткәрҙе.
Был юлы "Георемстрой" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Лилиә Байбурина һәм Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһының Эшҡыуарҙар союзы советы рәйесе Инга Мусина 620 миллион һумлыҡ "Нефтекамскмедприбор" медицина приборҙары етештереү буйынса проект тәҡдим итте. Фабриканы асыу һәм 140 яңы эш урыны булдырыу өсөн проект инициаторҙары мөлкәт ярҙамын (ер участкаһын эҙләү һәм һайлау), шулай уҡ йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты статусын алыуҙа методик һәм консультация ярҙамын һорай.
Ә бына шәхси эшҡыуар Рената Сабирова ателье һәм шоу-рум асыу буйынса проект менән таныштырҙы. 2022 йылдың июлендә ул үҙ эшен ойоштороуға һәм шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыуға 250 мең һум күләмендә социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алған һәм кәрәкле тегеү ҡорамалдары һатып алған. Хаҡы 420 мең һумлыҡ проекттың маҡсаты - кейемде һәм туҡыма әйберҙәрҙе шәхси тегеү һәм ремонтлау, әҙер продукция менән ваҡлап сауҙа итеү. Проект инициаторы 30-50 квадрат метр майҙанлы муниципаль бинаны ҡуртымға биреүҙә милек ярҙамын һораған.
Яҡын арала Сибайҙа битум етештереү буйынса предприятие асылыу планлаштырыла. Был бик күп торлаҡ һәм сәнәғәт тәғәйенләнешендәге объекттар өсөн ышаныслы гидроизоляция, ҡыйыҡ ябыу материалдары һәм башҡалар.
Бындай бизнесты тормошҡа ашырыуҙың нигеҙе - конкуренттарҙың күбеһенә ҡарағанда түбәнерәк, үҙҡиммәт һәм сығарылған битумдың тотороҡло сифатында, уларға яңы ҡорамалды файҙаланыу иҫәбенә өлгәшергә мөмкин. Етештереү майҙансығының юғары кимәлдә әҙер булыуы арҡаһында битум етештереүҙе тиҙ ойоштороу мөмкинлеге уңыштың мөһим факторы булып тора.
Бөгөнгө көндә юл, төҙөлөш, изоляция битумдары ҡулланыусыларҙа юл, гражданлыҡ һәм сәнәғәт төҙөлөшөндә ҙур һорау менән файҙалана. Битум - ул инженер ҡоролмаларын изоляциялау өсөн күләмле һәм шул уҡ ваҡытта арзан продукт, шуға күрә уға ихтыяж даими арта бара.
Проекттың инициаторы - "Квант" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, директоры - Рәниҙә Исламова. Проект буйынса инвестициялар күләме 10 миллион һум тәшкил итәсәк. Проектты тормошҡа ашырыу йомғаҡтары буйынса 30 эш урыны булдырыу планлаштырыла, әлеге ваҡытта предприятиела 70 кеше эшләй.
Шулай уҡ проектты тормошҡа ашырыу өсөн ер участкаһы бүлеү проект инициаторы өсөн көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Әйткәндәй, был проект ҡаланың “Эшҡыуарылыҡ сәғәте”ндә ҡаралып, Сибай хакимиәтенән һатып алынған ҡорамалдар өсөн сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидия алыу буйынса консультация ярҙамы күрһәтелгән.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Фото: Нефтекама һәм Сибай ҡала хакимиәте сайтынан.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Автор:Карима Усманова