Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Минең бизнесым" үҙәгендә “Идара итеүҙең ете баҫҡысы” программаһы буйынса уҡыу тамамланды. 40-тан ашыу кеше ошо курста ҡатнашыу тураһында сертификат алды. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы, республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ярҙамы менән тормошҡа ашырылды.
– “Минең бизнесым” үҙәге йүнселдәргә 150-нән ашыу хеҙмәт күрһәтә, шул иҫәптән уҡытыу курстарын ойоштора. Мәҫәлән, тиҙҙән Үҙәк офистары эшҡыуарҙар өсөн бушлай уҡыу тренингтары үткәрергә ниәтләй. Сараның маҡсаты – бизнесты башларға, хаталарға юл ҡуймаҫҡа ярҙам итеү, – тине Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
“Идара итеүҙең ете баҫҡысы” курсында ҡатнашыусылар эксперттарҙан үҙ эшеңде асыу һәм алып барыу буйынса кәңәштәр алды, шулай уҡ маркетинг һәм һатыу нигеҙҙәрен үҙләштерҙе. “Киләсәк фабрикаһы” инновациялы эшҡыуарлыҡ йортонда курсты тыңлаусылар проекттарын яҡланы.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/480792/
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/311162